Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Август 2024, 12:15

Йәйҙең һуңғы айынан кинәнес алып ҡалайыҡ! йәки Август нимә вәғәҙә итә?

Ҡойма ямғырҙар, боҙ-борсаҡ, ғәрәсәт дауыл... Быйылғы йәй күптәр өсөн шулай иҫтә ҡаласаҡ. Әммә алда йәйҙең һуңғы айы – август бар. Ямғырһыҙ, аяҙ көндәре менән һөйөндөрөрмө ул беҙҙе? Ғөмүмән, алдағы көндәрҙә беҙҙә йәй буласаҡмы? Һүҙебеҙ – ошо турала.

Йәйҙең һуңғы айынан кинәнес алып ҡалайыҡ! йәки  Август нимә вәғәҙә итә?Йәйҙең һуңғы айынан кинәнес алып ҡалайыҡ! йәки  Август нимә вәғәҙә итә?
Йәйҙең һуңғы айынан кинәнес алып ҡалайыҡ! йәки Август нимә вәғәҙә итә?

Синоптиктарҙың һүҙенә ҡарағанда, 1 августан  көндәр йылынып,  5-нән 11-нә тиклем ярайһы ғына тотороҡло, йылы көндәр киләсәк – көндөҙ +22 градус, төндәрен +15 градус тирәһе булыр тип фаразлана. Шулай ҙа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, ә  ҡайҙалыр ҡойма ямғырҙар көтөлә. Шулай уҡ,  йәшен йәшнәп, күк күкрәп ямғыр яуып алыр.

12 -нән 18-нә тиклем термометр бағанаһы +22 градустан төшмәйәсәк. Көндәр аяҙ торасаҡ, әммә ямғыр яуыуы ла ихтимал.

19 августан алып 25-нә тиклем  һауа торошо  тотороҡло булмаҡсы, һәр хәлдә  +21 градус тирәһе, көндәр болотло, ямғырлы  торасаҡ.

Тимәк, йәй дауам итә, ә бына эҫене көтөргә түгел.

Хәйер, ҡулсатыр тураһында әйтп тораһы ла юҡ, ветровкаларҙы үҙебеҙ менән йөрөтөргә тура килер, ямғыр көн дә яуып алыуы ихтимал. Кем әйтмешләй, тәбиғәттең насар көнө булмай. Йәйҙең аяҙ көндәренән кинәнес алып ҡалайыҡ!

Роза САФИНА.

Рәмил МАНСУРОВ фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас