Йәштәр араһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы күҙ уңында тотҡан “Дәүләт Старты” федераль программаһы сиктәрендә уҙғарылған осрашыу хакимиәт башлығы сығышы менән башланып китте.
Осрашыу барышында Рөстәм Ғәзизов Стәрлетамаҡта тормошҡа ашырылыусы проекттар һәм программалар, ҡалабыҙ үҫешендәге төп йүнәлештәр, йәштәрҙең идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре, муниципаль хеҙмәт, уның мөмкинлектәре һәм шарттары, ҡалала йәштәр мөхитен булдырыу пландары, шул иҫәптән Йәштәр йортон асыу, тураһында һөйләне. Рөстәм Фәрит улы, шулай уҡ, Стәрлетамаҡта йыл да уҙғарылып килгән ваҡиғалар менән таныштырҙы, ҡалабыҙ үҫешенә йүнәлтелгән проекттарҙа һәр кем үҙенең проекттарын тормошҡа ашыра алыу мөмкинлеге булған муниципаль хеҙмәт тураһында һөйләне. Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡта уртаса алғанда 42 йәштәге 179 муниципаль хеҙмәткәр эшләй.
Артабан сара йәштәр менән асыҡ диалог форматында (рәүешендә) дауам итте. Был йәнле осрашыуҙа йәштәр ҡала үҫеше өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе тикшереүҙә ҡатнашты – ҡала бюджеты структураһы, йәмәғәтселек транспорты мәсьәләһен хәл итеү варианттары, мәктәптәрҙә белем биреүгә инновациялар индереү, муниципалитет бюджеты, хеҙмәт баҙары үҫеше, дәүләт хеҙмәтендә һәм инвестицияларҙа цифрлы платформаларҙы ҡулланыу, мәктәп уҡыусылаының башланғыстарын яҡлау, спорт үҫеше һәм үҙеңде төрлө өлкәлә күрһәтеү мөмкинлектәре тураһында һорауҙар бирҙе.
Осрашыуҙа яңғыраған күп һорауҙар хакимиәт башлығын ҡыҙыҡһындырҙы, шуға ул был мәсьәләләрҙе яҡын арала муниципалитеттың төп белгестәренә тикшереүгә ҡуйырға ҡушты.
Бындай рәсми булмаған осрашыуҙар йәштәрҙең ихтыяждарын һәм өмөттәрен яҡшыраҡ аңларға, ҡала менән уның буласаҡ һөнәрмәндәре араһында бәйләнеште нығытырға булышлыҡ итә, тигән фекерҙә Рөстәм Фәрит улы. Муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ҡарата табиптар һәм уҡытыусылар менән бер үк принцип ғәмәлдә – һөнәрең буйынса эшләү һәм үҙ эшеңде яратыу, – тип йомғаҡланы үҙенең сығышын ҡала етәксеһе. – Етәксе ҡала һәм уның халҡы мәнфәғәтендә йәшәргә тейеш.
С.Крамсков фотоһы.
Роза САФИНА.