Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Августа 2024, 11:30

Йыл үҫәһен ай үҫә Стәрлетамаҡ!

Һуңғы биш йылда  ҡалабыҙҙы төҙөкләндереү буйынса бик күп эштәр башҡарылды. 2019 йылдан бирле  республикала  683, шул иҫәптән 2023 йылда дөйөм күләме 1320,3 млн һум булған 123 йәмәғәт пространствоһы төҙөкләндерелде, шуларҙың 25,09 млн һумы – Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә. Стәрлетамаҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектында йыл һайын ҡатнашып килә.

Йыл үҫәһен ай үҫә Стәрлетамаҡ!Йыл үҫәһен ай үҫә Стәрлетамаҡ!
Йыл үҫәһен ай үҫә Стәрлетамаҡ!

Мәҫәлән, үткән йыл ошо программаға ярашлы Комаров урамындағы Ҡайын сауҡалығы биләмәһе һәм Эстәрле йылғаһы яр буйы төҙөкләндерелде. Ҡайын сауҡалығы хәҙер яҡтырып, йәмләнеп ҡалды. Унда эскәмйәләр ҡуйылған, балалар өсөн  уйын һәм спорт майҙансыҡтары  урынлаштырылған. Хәҙер был урын  ҡала халҡын үҙенә тартып тора.

Эстәрле йылғаһы яр буйын төҙөкләндереү эштәре 2019 йылда башланғайны. Проект бер нисә этапҡа бүленде. Иң тәүҙә  Хоҙайбирҙин урамынан алып  23 май урамына тиклемге биләмә яңыртылды. Яр буйындағы аллеяла “Самауыр”, “Һыулау”, “Глобуста беренсе класс уҡыусыһы” кеүек  яңы арт-объекттар,  балалар өсөн  уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде.

2020 йылда Щербаков урамындағы 6 - сы йорттоң фасадында “Ҡағылыу” (“Касание”) тип аталған стрит-арт стилендәге картина урынлаштырылды.

 2023 йылда Хоҙайбирҙин урамынан алып 23 Май урамына тиклемге ерҙә  эштәр тулыһынса тамамланды. Бында йәйәү йөрөү өсөн юлдар, эскәмйәләр,  күҙәтеү майҙансыҡтары һәм пирстар барлыҡҡа килде. Унда шулай уҡ балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, спорт һөйөүселәр өсөн –  скейт майҙансығы һәм спорт снарядтары урынлаштырылды.

Бынан тыш, йәйәү йөрөүселәргә хәүефһеҙ булһын өсөн Хоҙайбирҙин урамында һәм 23 май урамында күпер аҫтында  ике үткәүел йыһазландырылды.

Шуның арҡаһында яр буйының бер өлөшөнән икенсеһенә тиклем йәки реставрацияланған  “Азатлыҡ” һәйкәленә тиклем ҡаршылыҡһыҙ үтергә мөмкин.

Кистәрен Эстәрле буйы төрлө төҫтәр менән балҡыған  иллюминация менән яҡтыртыла.

Коммунистик һәм  Артем урамдарының өс  участкаһында  социаль әһәмиәтле объекттар янында проекциялы йәйәүлеләр үткәүелдәре барлыҡҡа килде.

Республикала йәмғеһе гобо-проекторҙар менән 10 йәйәү йөрөү үткәүеле  эшләй.

Шулай уҡ заманса төҙөкләндерлегән  Салауат Юлаев исемендәге  сквер ҡала халҡының да, килгән ҡунаҡтарҙың  да иң яратҡан урындарының береһенә әйләнде. Унда йыл һайын  “Купец 2.0” фестивале Башҡортостандан  ғына  түгел, күрше төбәктәрҙән дә меңдәрсә кешене үҙенә йыя.

2019 йылдан алып эшләп килгән шәп механизм – “Башҡорт ихаталары”ы программаһы. Күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, уларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алыусы комплекслы программа ихата биләмәләрендә уңайлы мөхит булдырыуға, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

- Эш башлар алдынан һорау алыу мотлаҡ рәүештә үткәрелә, – тип һөйләне программа менән яҡынданыраҡ таныштырып Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Риф улы Ғарифуллин. – Күп фатирлы йорт ихаталарын ремонтлағанда һәм төҙөкләндергәндә – йорттарға инеү урындарын асфальтлау, тротуарҙарҙы ремонтлау, бордюрҙарҙы ҡуйыу һәм  алмаштырыу, яҡтылыҡ биреү ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм башҡа эштәр башҡарыла.

Сүп контейнерҙары майҙансыҡтары, видеокүҙәтеү системалары ҡоролмалары һәм ял итеү зоналары –  барыһы ла  иғтибар үҙәгендә. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары хәүефһеҙ резина япма ҡулланып йыһазландырылды.

Ял итеү зоналарында эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылды. Ихаталарҙы йәшел үҫентеләр биҙәй.

Төҙөкләндерелгән ихатаны күргәндән һуң шундай һығымта яһарға була, барыһынан бигерәк, бындай үҙгәрештән йәштәр менән өлкән быуын кешеләре ҡәнәғәт. Үҙенә саҡырып, ялт итеп торған ихатала йәштәр бер урынға йыйылышып, матур итеп күңел аса, ҡыҙҙар селфи эшләй. Йәш рәссамдар һүрәт төшөрә. Егеттәр тренажерҙарҙы һынап ҡарай. Бала-саға сыр-сыу килеп ағас аттарҙа ҡалҡанбаш эйә. Шундай матур ихата булғанда  өйҙә ултырып сыҙап буламы һуң!? Ишек алдында дуҫтар көтә.

Ә иң мөһиме, был программаны республика етәксеһе  хуплап, ҡеүәтләп тора.

– “Башҡорт ихаталары” республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе булып тора. Ихаталарыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәрә. Ихатаға “инеп” сыҡҡанбыҙ икән, тимәк, шунда уҡ подъездарҙы, ҡыйыҡтарҙы, фасадтарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк – мин шуны хуплайым, – тип билдәләй Радий Хәбиров. – Был программаны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Мөмкинселектән сығып, йорт яны биләмәләрен яңыртыуға өҫтәмә  аҡса бүлергә тырышасаҡбыҙ.

Роза САФИНА.

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Йыл үҫәһен ай үҫә Стәрлетамаҡ!
Йыл үҫәһен ай үҫә Стәрлетамаҡ!
Йыл үҫәһен ай үҫә Стәрлетамаҡ!
Йыл үҫәһен ай үҫә Стәрлетамаҡ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас