Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Август 2024, 05:40

Киндер сүсенән – йылытҡыс

Бүздәк районында Башҡортостанда беренсе, Рәсәйҙә өсөнсө булып киндер сүсен эшкәртеү заводы эш башланы. Ул республикала билдәле ауыл хужалығы етештереүсеһе Шафоат Хәбибрахманованың фермер хужалығында асылды. Был уңыш хаҡында үҙенең сәхифәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

Яңы завод 250-300 кг сүс әҙерләү өсөн сәғәтенә 1 тонна сеймал эшкәртә. Һуңынан унан йылытҡыстар, туҡыма булмаған материалдар, геотекстиль, арҡан эшләйҙәр. Ҡалдыҡтар йышыраҡ төҙөлөштә ҡулланыла. Әйткәндәй, бындай продукцияға Ҡытайҙа ихтыяж ҙур – экспортҡа был киң мөмкинлектәр аса.

Шуныһы мөһим, заводты тулыһынса Рәсәй инженерҙары эшләгән, уны үҙебеҙҙең комплектаторҙар төҙөгән. Был киләсәктә ҡорамалдарҙы ремонтлау менән проблемаларҙы юҡҡа сығара, тигән һүҙ.

 “Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмай, үҙ бизнесын үҫтерергә тырышып ятҡан эшҡыуарҙарға һәр ваҡыт һоҡланам. Шәп башланғыс һәм шәп перспективаларға өмөт был. Беҙ бизнесҡа артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, сөнки ул иҡтисадты алға этәреүсе күренештәрҙең береһе”, – тип яҙып сыҡты үҙенең сәхифәһендә был ваҡиға хаҡында республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, төбәктә 2019 йылдан алып бындай башланғыстар республиканан ҙур ярҙам ала. Улар араһында ерҙе бушлай ҡуртымға биреү, һалымға ташлама һымаҡ төрҙәр киң ҡулланыла.

Руслан ӘХМӘТОВ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:

 – Сәнәғәт, инновацион сәйәсәт, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет ағзаһы булараҡ шуны әйткем килә: Башҡортостанда сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһе тығыҙ үрелгән һәм уның үҫеше лә шулай бер тере организм һымаҡ. Иң мөһиме, был өлкәгә ҙур иғтибар бирелә. Донъя кимәлендәге форумдарҙа эшлекле килешеү төҙөлһөнмө, яңы завод асылһынмы – былар барыһы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш һөҙөмтәһе.

Р. ЗАМАНОВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас