- (Е621). Е621 аҙыҡҡа иң күпләп өҫтәлгән өҫтәмә булып тора, организмда бәйлелек тыуҙыра. Ул күпмелер дозала сысҡандарҙы һуҡырайыуға килтерә. Натрий глутаматы, организмда тупланып, ауыр приступтар тыуҙырыуы ихтимал.
2. Транс-майҙар. Майлылығы 72 проценттан кәмерәк булған майҙы ҡулланырға ярамай, был ябай транс-май.
3. Пластик һауыттарҙағы еңел тоҙланған балыҡ. Еңелсә тоҙланған балыҡ оҙаҡ һаҡланмай һәм майҙа ғына һаҡлана.
Ҡытай сәтләүеге (арахис). Был ген-модификацияланған продукт. Уға, уға бөжәктәр һөжүм итмәһен өсөн, петуния гены (ҡот осҡос ағыулы матдә) ҡушыла (имплантациялана). Шуға күрә арахис иҫкереп, боҙолоп та бармай, һәр ваҡыт матур күренә.
5. Краб таяҡсалары. Был краб эссенцияһы менән ҡатнаштырылған ябай соя. Сояның 95 проценты тиерлек – ул ГМО (ген-модификацияланған продукт).
6. Тиҙ әҙерләнә торған ярмалар, бутҡалар. Уларҙа тәбиғи булмаған тәмләткестәр һәм буяуҙар бар.
7. Хуш еҫле сәйҙәр. Уларға бик күп буяҙар һәм кислоталар ҡушылған.
- Пакеттарҙағы эремсек. Уларҙың составында ҡоро һөт һәм үҫемлек майы бар, күбеһендә бөтөнләй эремсек юҡ(!).
- Майонез, кетчуп, соустар. Майонез канцероген булған транс-майҙар менән тулы, өҫтәүенә холестерин кимәлен арттыра. Майонез ашарға ярамай, бигерәк тә пластик һауыттарҙағыһын. Уксус пластиктан шул уҡ канцероген матдәләрҙе бүлеп сығара, унда бик күп консерванттар һәм стабилизаторҙар бар.
Был кәңәштәргә ҡолаҡ һалырғамы-юҡмы – уныһы һеҙҙең эшегеҙ. Иң мөһиме, ашаған ризығығыҙ һаулыҡ өсөн хәүефле булмаһын!
Р.ЗАМАНОВА.