Хатта Сочиҙан да килгәндәр
Шуныһы шатлыҡлы, әүҙем йәмәғәтсе, билдәле блогер, һөнәре буйынса технарь (белеме буйынса нефтсе, әле Себер тарафтарында эшләп йөрөй), әммә ҡәлебе менән, булмышы менән тәрән лирик хисле, рухлы егет Инсаф Сәлихов ойошторған рух байрамы йылданйыл халыҡ күңелен яулай бара. Инсаф Сәлиховты быға тиклем үҙен күргәнем булмаһа ла, исеме “Бәйләнештә” төркөмөндәге аҡыллы, фәһемле постары аша таныш ине. Тәү ҡарашҡа мәҙәни, әҙәби мөхиттән ситтә торған кеше гөрләтеп шундай фестиваль уҙғарырға йөрьәт итһенсе әле!
Ҡайҙарҙан ғына килеп етмәгән ҡунаҡтар! Алыҫ тип тормағандар, Әбйәлилдән дә, Өфөнән дә, Ейәнсуранан, Күгәрсен, Федоровка, Ишембай, Көйөргәҙе, Сәрлетамаҡтан, Стәрлебаш, Сибайҙан, Баймаҡтан, Хәйбулланан, башҡа күрше-тирә райондарҙан тыш, Ырымбурҙан, хатта Сочи ҡалаһынан да дәррәү килеп еткәндәр! Әлбиттә, бындай саранан Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре лә ситтә ҡалманы! Вәсилә Халиҡова етәкселегендәге ағинәйҙәр төркөмө лә бер автобус булып, үҙҙәренең йыр-моң күстәнәстәрен тейәп барып етте.
Иртән иртүк фестивалгә килеүселәрҙе тәмле-тәмле аштар, былау бешереп көтөп торалар ине. Алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән һәр кемде яҡты сырай менән ҡаршы алып, ҡунаҡ итеп, сәхнә түренә саҡырҙылар.
Фестивалдең оло ҡунағы РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Ир-ҙәр ҡоро етәксеһе Зариф Байғусҡаровтың, “Тамыр” те-леканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Сочи ҡалаһынан килгән милләттәштәребеҙ Ривал һәм Фәниә Рафиҡовтарҙың ҡатнашыуы йыйындың мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе. Тәүге һүҙҙе абруйлы ҡунағыбыҙ Зариф Байғусҡаров алды.
– Халыҡҡа кәрәк бит ул йыр-моң, шиғриәт йыйыны. Көн элгәре сара уҙғарыласаҡ урынды күсереү менән шөғөлләндек. Өҫтән яуып тороуға ҡарамаҫтан, төрлө тарафтарҙан килеп еткәндәр, рәхмәт, – тине Зариф Закир улы.
Туҡтауһыҙ яуып торған ҡойма ямғырҙар арҡаһында йылғалар шашып ташыуы бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Фестиваль Башҡортостан милли паркындағы Түбәнге Таш ауылында уҙғарылырға тейеш ине, әммә төнө буйы баҫып яуған ямғыр иртәнсәк тә һис туҡтарға уйламаны. Нөгөш һыуһаҡлағысы шлюздарҙы асҡас, Нөгөш бик ныҡ ташҡан. Төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар саҡырылған, байрамды кисектереп тә булмай, шуға сараны ойоштороусылар фестивалде Мәләүез районы Әбет ауылы мәҙәниәт йортона күсерергә булды.
Ҡапыл ғына ямғыр ҙа туҡтаны...
Унда сығыш яһау өсөн тейешле шарттар булдырылғайны – мәҙәниәт йорто эсендә лә, тышҡы сәхнә лә әҙер. “Көн яманы бөтөр, әҙәм яманы бөтмәҫ”, тип ҡайлай дөрөҫ әйткән боронғолар. Иң ихлас, көслө рухлыларҙы йыйған был байрамға хатта тәбиғәт тә ҡаршы тора алманы буғай, Аллаһы тәғәләнең бер мөғжизәһе булдымы был – төнө буйы яуып, иртәнсәк тә быҫҡаҡлап торған ямғыр ҙа ҡапыл туҡтаны. Гүйә тәбиғәт тә аңлап тора, көнө лә ҡояшлап, аяҙытып ебәрҙе, халыҡ менән бергә шатланды.
Байрамға төрлө ерҙән йыйылған халыҡ, береһенән-береһе сағыу сығыштар ҡарап, үҙҙәре лә сығыш яһап, аралашып, танышып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, рухи аҙыҡ алып таралышты. Барыһы ла йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнгән, бары тик бер ҡорға йыйылып, берләшеү, берҙәмлек, туғанлыҡ тойғоларын үҫтергән матур сара булды яҡты уй-хыялдар менән уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был йыйын. Йыр-моң, шиғриәт һөйөүселәр өсөн ойошторолған фестиваль бик матур үтте. Сара шуныһы менән үҙенсәлекле: бында бер ниндәй сәйәсәт тә юҡ, үрҙән күрһәтмә йәки ниндәй ҙә булһа программа буйынса ла түгел. Профессиональ сәхнә әһелдәренән айырмалы булараҡ, бында сығыш яһарға килеүселәр ошо сарала аҡса эшләү уйы менән килмәгән, ә ни бары йөрәгендә тулаған хис-тойғолары, яҡты уйҙары менән уртаҡлашырға килгән.
Был урын осраҡлы һайланмаған
– Уйнап-көлөр ваҡытмы ни, тиер ҡайһы берәүҙәр. Әммә... Халҡыбыҙ бер ҡасан да зарланып ултырмаған, иң ауыр саҡтарҙа ла, һәр ваҡыт йыр-моңдан йыуаныс тапҡан һәм әле лә шулай. Махсус хәрби операция зонаһында ла шулай, яугирҙарыбыҙ төшөнкөлөккә бирелмәй, бер туған ҡустым Әнүәр һөйләүенсә, саҡ ҡына ял итергә туҡтаған арала ла бергә йыйылышып ҡурайҙа уйнап, йырлап алалар икән һәм был уларҙы берләштерә, көс-ҡеүәт өҫтәй. Бер ҡорға йыйылып, аралашып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәүгә ни етә! – тип тә билдәләне Зариф Закир улы. – Көнө буйы йыр-моң тынманы, халыҡ ихлас шатланды, ауылдаштар, туғандар, яҡташтар бер-береһе менән аралашып йәненә ял алды. Минең тыуған ауылым да Ағиҙел аръяғында ғына, Күгәрсен районында.
Фестиваль уҙғарыуҙы хуплап, ҡеүәтләп, уны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Мәләүез районы хакимиәтенә, шәхсән Инсаф Сәлиховҡа һәм уның дуҫтарына оло рәхмәттәрен еткерҙе йыйында ҡатнашыусылар.
Нәҡ ошо урынды һайлау осраҡлы түгел, ни өсөн тигәндә, Әбет ауылы Башҡортостандың иң матур урындарының береһендә Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһында урынлашҡан. Башҡорт халыҡ эпосонда бәйән ителеүенсә, Ағиҙел менән Нөгөш – Урал батыр уландарының (балаларының) исемдәре.
Күмәкләп ойошторолған байрам
– Күптәр, ауылдаштар ысын күңелдән ярҙам иттеләр. Ауылдаштарың булмаһа, үткәрерһең үткәрмәй ҙә. Барыһына ҙур рәхмәт! – тигән һүҙҙәрен Инсаф Сәлихов та еткерҙе. – Был минең исемем сыҡһын тип башланған эш түгел: был минең күңел торошом. Был минең тормошҡа ҡарашым, халҡыма, еремә, илемә, телемә ҡарашым. Былтыр-ғы үткән фестивалебеҙ быйылғы фестивалгә ҙур этәргес булды. Ярҙам итә-беҙ тип тороусылар күбәйҙе, Аллаһыма шөкөр.
Бына шулай гөрләп үтте ғаилә, тәбиғәт, тыуған ил, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе үҙ эсенә алған фестиваль. Бында килгән бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы – сара аҙағында һәр ҡатнашыусыға бүләктәр әҙерләп, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкәләп оҙатып ҡалдылар.
Мәләүездең ҡунаҡсыл халҡын, ерен күреп, гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып ҡайттыҡ. Инсаф Фәрғәт улы үҙе әйткәнсә, “Һыу ҡайтыр ул. Ярҙарына ҡайтмаған йылға булмай. Үткән ғүмер генә кире ҡайтмаҫ.” Тәбиғәт ҡосағындағы бер көн бер йылға етерлек йылыһын, энергияһын, ялын бирҙе. “Кәңәшле ил тарҡалмаҫ”, ти халыҡ мәҡәле. Эйе, башҡарылған эштәрҙе уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләүгә ни етә?! Әлбиттә, һәр башланғыс та шыма ғына булмай. Инсаф Сәлихов үҙе әйтмешләй, эҙләһәң, йомортҡанан да йөй табырға була, тигәндәй. Һәр үткәрелгән саранан һуң тәнҡит, тәҡдимдәр булыуы – ғәҙәти хәл. Әйтелгән тәҡдимдәр, кәңәштәр, теләктәр, булған хаталарҙы иҫәпкә алып, киләһе йылдарҙа ла шулай тыныс ҡына, бер тынала гөрләтеп үткәрергә яҙһын. Иң мөһиме, был изге башланғыс дауамлы булһын, ойоштороусанлыҡ дәрте һүнмәһен, һүрелмәһен! Берҙәмлеккә ни етә!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Стәрлетамаҡ – Мәләүез – Стәрлетамаҡ.
Фотолар Инсаф Сәлиховтың шәхси архивынан алынды.
Вәсилә ХАЛИҠОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе:
– Нөгөш буйына барып, гөрләтеп, гөрләшеп күңел асып, ял итеп, осрашып, рухи байлыҡ туплап ҡайттыҡ. Күптән күрмәгән ағинәйҙәр менән дә күрештек. Бик матур байрам, шәп ойошторолған. Ғүмерем буйы мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, шуны ла әйткем килә: һуңғы йылдарҙа республикала ошондай эстәлекле саралар күп ойошторола, шулай уҡ хеҙмәт дәүеремдә был тиклем мәҙәни усаҡтар ҡабынып, гөрләп эшләгәнен совет осоронда ғына күргәнмендер. Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм уның командаһының эш һөҙөмтәһе был, минеңсә. Артабан да шулай дауам итһен ине.