Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Август 2024, 11:05

Физкультура һәм спорт менән йәнәшә

Физкультурниктар көнө алдынан Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең  ҙур залында ҡалабыҙҙың бер төркөм физкультура һәм спорт өлкәһендәге алдынғы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы булды.

Физкультура һәм спорт менән йәнәшәФизкультура һәм спорт менән йәнәшә
Физкультура һәм спорт менән йәнәшә

–  Стәрлетамаҡ һәр ваҡыт спорт һөйөүселәр ҡалаһы булды. Спортсыларыбыҙ, тренерҙар штаты спорт  ветерандары  нигеҙ һалған традицияларҙы дауам итә, – тине сараға йыйлыусыларҙы тәбрикләп Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов. – Һеҙгә рух ныҡлығы, һаулыҡ, бәхет теләйем. Һәр ваҡыт спорт һеҙҙең менән, ә һеҙ спорт менән булыуығыҙҙы тойоп йәшәгеҙ!

–  Республикала һуңғы алты йылда спортҡа мөнәсәбәттәр ҡырҡа үҙгәрҙе, - тип билдәләне ҡала етәксеһе. – Мәҫәлән, бынан ай ярым элек кенә Рәсәй спорт министрлығы Былинная урамында бассейнлы спорт залын төҙөү өсөн ҙур проектты хупланы. Быйыл проект төҙөләсәк, ә киләһе  йылдан төҙөлөш башланасаҡ. Был – беҙҙең ҡалала төҙөләсәк объекттарҙың һуңғыһы түгел. Мәҫәлән, Һамар спортсылары инициативаһы менән Рәсәй спорт министрлығы проекты буйынса  дзюдо залын төҙөү планлаштырыла.
Рөстәм Фәрит улы Стәрлетамаҡта физкультура һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән уҡытыусыларға, тренерҙарға рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Р.САФИНА.

С.Крамсков фотолары.

Физкультура һәм спорт менән йәнәшә
Физкультура һәм спорт менән йәнәшә
Физкультура һәм спорт менән йәнәшә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас