Быйыл ул Стәрлетамаҡта алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Йыл һайын фестивалгә Башкортостандың төрлө ауыл-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән 15 меңләп кеше йыйыла.
Гагарин паркы сәхнәһендә халыҡ яратҡан артистар һәм коллективтар: Гөлсөм Бикбулатова, Азамат Тимеров, Ирек Ноғоманов, Венер Камалов, Резеда Әминева, “Ант” төркөмө, Сәйет Билалов, Венера Юлгилдина, Заһир Шәйәхмәтов, Гөлшат Ғайсина, Илнур Ишембаев, Айҙар һәм Алмас Юнысовтар, Ян Лира, BABY TI һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Сараның хедлайнерҙары – Зәйнетдин һәм уның командаһы. Проекттың алып барыусылары “Юлдаш” радиоһынан “Теге өсәү” – Йәмил, Филүс, Айбулат шәп кәйеф вәғәҙә итә һәм бихисап приздар уйнатып, бүләктәр таратмаҡсы. Шулай уҡ, ҡунаҡтар өсөн милли оҫталыҡ дәрестәре, биҙәүестәр йәрминкәһе, башҡорт милли кейемен кейеп ҡарау мөмкинлеге менән сағыу фотозона ойоштороласаҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар үҙәге һәм яугирҙарҙың ғаилә ағзалары менән берлектә республиканың хәрби хеҙмәткәрҙәре өсөн аҡса йыйыу ойошторола.
Сараны “Юлдаш” радиоһы “Галактика” аттракциондар комплексы, Гагарин паркы, “Изге эштәр донъяһы” мәҙәни-ял итеү үҙәге менән берлектә ойоштора.
Инеү бушлай.