Бөгөн ҡалабыҙ заманса торлаҡ комплекстар һәм юлдар һалып, инфраструктураны әүҙем үҫтерә, мәҙәни мираҫ объекттарын ҡайтанан яңырта. Ә төҙөлөш тармағы ветерандары хеҙмәте – Стәрлетамаҡ халҡына тиҫтәләрсә йылдар хеҙмәт итерлек торлаҡ йорттар, заводтар, мәҙәниәт һарайҙары, дауаханалар һәм мәктәптәр.
Хөрмәтле төҙөүселәр һәм тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Һәр яңы проектығыҙ уңышлы булһын. Ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, илһам, юғары ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләйем!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.