Эштәр оҙонлоғо яҡынса 0,7 километр булған урам участкаһында бара. Әле унда подрядсы ойошма тигеҙләү ҡатламын һалыу буйынса эштәр башҡара. Сиратта – асфальт түшәү һәм термопластиктан билдәләр ҡуйыу. Нахимов урамындағы ремонтҡа 18,4 миллион һум аҡса һалырға ниәтләйҙәр.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ундағы бөтә ремонт эштәрен быйыл август айында бөтөрөп ҡуйырға уйлайҙар.
“Хәүефһеҙ сифатһыҙ юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Президент указының положениеларын үтәү өсөн Рәсәй Транспорт министрлығы тарафынан эшләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде тиерлек үҙ эсенә ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
ВРЕЗ: Гөлшат Йыһаншина, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы:
– Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса һәм “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы буйынса 2024 йылда башҡа бюджет-ара трансферттар формаһында 224,0 млн һум күләмендә аҡса тотоноу ҡаралды, (шул иҫәптән БР бюджеты иҫәбенән – 217,3 млн һум, муниципаль бюджеттан 6,7 млн һум). Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә юл хәрәкәтен ойоштороуҙың техник сараларын ҡороу буйынса 6,4 млн һум, урындағы әһәмиәттәге 7,366 км оҙонлоғондағы ун ике автомобиль юлын төҙөкләндереү буйынса 217,6 млн һум күләмендә эштәр башҡарыласаҡ.
Роза ЗАМАНОВА.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте фотоһы.