Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Август 2024, 05:03

Һайлауҙар матур үтһен

Башҡортостан Башлығын һәм урындағы депутаттарҙы һайлауҙарға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Ошоға  бәйле, һайлауҙар тураһында кемдәр нисек уйлай, уларҙың фекерен бирәбеҙ.  

Һайлауҙар матур үтһенҺайлауҙар матур үтһен
Һайлауҙар матур үтһен

- Был һайлауҙар матур үтһен, илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Һауа тороштары матурайып, һалдаттарыбыҙ иҫән-аман әйләнеп ҡайтһындар. Ғаиләләре менән ҡауышып, шатланып йәшәргә яҙһын.

Һайлауҙарға йәштәрҙең күберәк килеүен теләйем. Һайлауҙарға йәштәрҙең күбеһе йөрөмәй, беҙ оло быуын йөрөйбөҙ. Йәштәр ошо ваҡиғаның әһәмиәтен аңлап, үҙ тауышын еткерһен ине, “беҙҙең өсөн һайлайҙар” тип ятмаһындар, әүҙем булһындар ине.

Алла бирһа, киләһе һайлауҙарға ла шатланып етергә булһын!

Автор:Роза Сафина
Читайте нас