Батырлыҡ ордены менән үлгәндән һуң Михаил Дмитриевич Коваленко һәм Тимур Эдуардович Фадеев бүләкләнде. Шулай уҡ Шайморатов ордены менән Евгений Валентинович Казанин һәм Эмиль Рәмил улы Чурбаев бүләкләнде. Бүләктәр батырҙарҙың яҡындарына тапшырылды .
- Яҡташтарыбыҙ тыныс тормош һәм балаларыбыҙҙың киләсәге хаҡына үлемһеҙ батырлыҡ ҡылған. Улар ҡыҫҡа, әммә бик лайыҡлы тормош алып барған. Ошондай матур һәм батыр улдарын тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт. Уларҙың иҫтәлеге ҡалабыҙ тарихында ҡаласаҡ. Бындай героик миҫалдарҙа үҫеп килгән быуын тәрбиәләнәсәк,- тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.