Конкурстың шарттары:
Фестивалдең уникаль атмосфераһын сағылдырған фотография йәки видео (1-ҙән 3-кә тиклем фото/видео) төшөрөгөҙ.
Фотоһүрәттәр профессиональ камераға йәки телефонға төшөрөлгән булһа ла ярай.
Үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе “Сауҙәгәр 2.0” (“Купец 2.0”) фестиваленең социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәһенә (https://vk.com/kupetcstr) ебәрергә йәки фотоларҙы #фотокупец2024 хештегы менән билдәләргә кәрәк.
Эштәр 16 августан 19-на тиклем ҡабул ителә.
Идеяның үҙенсәлеге, һәр һүрәттең техник башҡарылышы һәм художество ҡиммәте баһаланасаҡ. һөҙөмтәләр буйынса өс еңеүсе билдәләнәсәк.
Ойоштороу комитеты.