Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Август 2024, 04:40

Һайлауға мотлаҡ барасаҡмын!

Республикала Башҡортостан Башлығын  һәм урындағы депутаттарҙы һайлауҙар көнө етеп килә. Был хәл иткес тарихи ваҡиғаға ҡарата йәмәғәтселек ниндәй  фекерҙә – шуларҙың береһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Һайлауға мотлаҡ барасаҡмын!Һайлауға мотлаҡ барасаҡмын!
Һайлауға мотлаҡ барасаҡмын!

Марат ЗАҺИҘУЛЛИН, Стәрлетамаҡ политехник колледжы директоры:

Бөгөн Республикабыҙ алға бара, социаль объекттарҙа ремонттар эшләнә, яңылары төҙөлә. Заводтарыбыҙ тергеҙелә. Күп яңы эш урындары булдырыла! Заводтарҙа эш хаҡтары күҙгә күренеп арта. Быға тиклем Башҡортостан заводтарында  100 мең эш хаҡы алып эшләгән эшселәр бар инеме? Юҡ! Был үҙгәрештәр һуңғы йылдарҙа тормошҡа ашты! Мин,  Стәрлетамаҡ политехник колледжы директоры булараҡ, быны бик яҡшы күрәм. Беҙ заводтар менәм тығыҙ бәйләнештә һәм йәштәрҙең теләп уҡырға килеүҙәрен, ә һуңынан заводтарға теләп эшкә барыуын беләм. Үҙебеҙҙең колледжда булған үҙгәрештәр ҙә быны иҫбатлай.  Һуңғы өс йылда ғына корпустарға капиталь ремонт эшләнгән, өр-яңы йыһаздар һатып алып ҡуйылған, студенттарға маҡсатлы килешеүҙәр төҙөп 10 000 һумға тиклем стипендия алыу мөмкинселеге бар, бушлай ашау, махсус эш кейеме һәм яҡшы йәшәү шарттары – завод тарафынан түләнә. Мин, әлбиттә, мотлаҡ һайлауға барасаҡмын!

Автор:Роза Сафина
Читайте нас