Сираттағы конвой Башҡортостандан оҙатылды
Республиканың битараф булмаған халҡы, ойошмалар һәм предприятиелар бер нисә көн эсендә гуманитар ярҙам йыйҙы. Украина ҡораллы көстәре һөжүменән зыян күргән биләмәләрҙә йәшәүсе халыҡ өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән Курск өлкәһенә гуманитар ылау юлланды. 12 августа Өфө Курскиға 40 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам ебәрҙе: аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, медикаменттар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды.
Шул уҡ ваҡытта республика сик буйы райондарынан эвакуацияланған ғаиләләрҙе ҡабул итеп, йәшәр урындар биреп, урынлаштырыуын дауам итә.
“Украина хәрбиҙәре баҫып ингән мәлдән алып беҙ Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы етәксе менән бәйләнештә һәм беҙгә ҡуйылған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Шуға күрә мин шунда уҡ, беҙ балаларҙы, ғаиләләрҙе ҡабул итергә әҙер тип әйттем. Нигеҙҙә беҙ бының өсөн һәр ваҡыт мөмкинлек табасаҡбыҙ, – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
“Курскиҙан бер төркөм егеттәр килгәнен дә беләм. Башҡортостан, һәр ваҡыттағыса, уларҙы йылы ҡабул итте һәм урынлаштырҙы. Илебеҙ өсөн ҡыйын ваҡытта бындай консолидация һәм бер төптән егелеп, берҙәм булып ярҙам иткәндәре өсөн оло рәхмәтемде еткерәм, – тине РФ президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев күптән түгел Радий Хәбиров менән осрашыуында.
Гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да ҡатнашты һәм был өлкә уның өсөн изге төшөнсә булараҡ бәйле икәнен аңлатты.
– Мин үҙем Курск өлкәһенең Суджа районы Гончаровка ауылында тыуып үҫтем. Унда минең атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым йәшәй. Был минең өсөн айырыуса шәхси тарих. Ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙып торғаны өсөн республика халҡына оло рәхмәтлемен. Фәҡәт ошо ауыр ваҡытта дошмандан иңгә-иң терәп һаҡлаған ысын дуҫтарҙың ярҙамы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Был ысынлап та ҡиммәтле һәм мөһим, – тине Максим Забелин.
Стәрлетамаҡтар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер
Республиканың башҡа район-ҡалалары кеүек, Стәрлетамаҡ та был изге эшкә дәррәү ҡушылды. 14 августа Курскиға йәнә бер партия йөк оҙатылды, был юлы барлыҡ Башҡортостандан. Унда шулай уҡ, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, дарыу, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары өсөн генераторҙар, шулай уҡ ашығыс ярҙам машиналары өсөн радиоэлектрон көрәш саралары оҙатылды.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, беҙҙең ҡалала “Ватан” хәрби патриотик ойошмаһы базаһында гуманитар ярҙам йыйыу пункты эшләй. Түбәндәге адрес буйынса: Стәрлетамаҡ ҡалаһы Шайморатов урамы, 4-се йорт. Пункттың эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем сәғәт 9:00-дән 18:00-гә тиклем. Сәғәт 13:00-дән 14:00-гә тиклем төшкө тәнәфес.
– Ҡала активистары менән бергәләп Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам йыйып, Өфөләге республика гуманитар ярҙам йыйыу пунктына килтерҙек. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн Олег Королевҡа, Олег Егоровҡа, Марина Йыһаншинаға һәм шулай уҡ үҙемдең ҡыҙыма рәхмәттәр әйтәм. Башҡортостан Башлығының зыян күреүселәргә шундай ҙур иғтибар күрһәтеүе, ғөмүмән, бәләгә тарығандарға һәр саҡ иғтибарлы булыуы һоҡландыра, беҙҙе берҙәм итә! – тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Альбина Бикмәтова гуманитар ылау ҡуҙғалғандан һуң.
Роза САФИНА.
Фотолар М.Забелиндың һәм А.Бикмәтованың
социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренән алынды.