Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән Ырымбур ҡунаҡтары менән дә таныштыҡ. Ҡыуандыктан килгән Зилә Шәйхислам ҡыҙы Яркова ғүмер буйы кранда эшләһә лә , һуңғы йылдарҙа мамыҡ шәлдәр, бирсәткәләр һәм төрлө-төрлө дизайнер изделиялар бәйләй икән. Ә Ғафури районы Туғай ауылынан килгән Гөлнара Истауи ҡыҙы Заһиҙуллина йөндән балаҫтар һуҡҡан. Өфөнән килгән Анастасия Замошникова «Ҡосаҡла мине» оҫтаханаһында төрлө ҡурсаҡтар яһаған. Ә бына Стерлетамаҡ оҫтабикәләре Гүзәл Айҙарова менән Галина Юрасова яһалма ротангтан төрлө яҡтыртҡыстар, гөл һауыттары яһағандар. Бынан тыш һөнәр оҫталары биҙәнеү әйберҙәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар, хатта гармундар тәҡдим итәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, килегеҙ, күрегеҙ, йәнегеҙгә оҡшаған әйберҙе һатып алығыҙ!
Римма ҒӘЛИМОВА.