Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Август 2024, 12:25

РУХИ ТАМЫРҘАРЫБЫҘҘЫ НЫҒЫТТЫҠ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс көн дауамында “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтте.  Ҡалабыҙ иртәнән бирле гөрләй.Мәскәүҙән, Ҡаҙағстандан, Ырымбурҙан килгән халыҡ бейеү  ансамблдәре дәртле бейеүҙәре менән башлап ебәрҙе. Ә инде үҙебеҙҙең «Ҡояшҡай», «Торатау» ансамблдәре сығыштыры тағы ла нығыраҡ алҡыштарға күмелде. Ямғыр булыуға ҡарамаҫтан «Сауҙагәр»ҙең  мәҙәни баҡсаһында уттар оҙаҡ емелдәне. Сөнки төп сәхнәлә концерт барһа, «Ашҡаҙар» яры буйында йәштәр бард һәм автор йырҙары сығыштарын тыңланы.

Балынан ҙа ауыҙ иттек , мамыҡ шәл дә ябындыҡ

 

Был көндө беҙ Ғафури балы менән Ғафури балаҫтарын да күрҙек. Өфөнән, үҙебеҙҙән килгән һөнәр оҫталары менән аралашырға ла форсат тейҙе.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән Ырымбур ҡунаҡтары менән дә таныштыҡ. Ҡыуандыктан килгән Зилә Шәйхислам ҡыҙы Яркова ғүмер буйы кранда эшләһә лә , һуңғы йылдарҙа мамыҡ шәлдәр, бирсәткәләр һәм төрлө-төрлө дизайнер изделиялар бәйләй икән. Ә Ғафури районы Туғай ауылынан килгән Гөлнара Истауи ҡыҙы Заһиҙуллина йөндән балаҫтар һуҡҡан. Силәбе өлкәһенән килгән Дмитрий Юрьевич Носков ағастан хатта иконалар юнған. Өфөнән килгән Анастасия Замошникова «Ҡосаҡла мине» оҫтаханаһында төрлө ҡурсаҡтар яһаған. Ә бына Стәрлетамаҡ оҫтабикәләре Гүзәл Айҙарова менән Галина Юрасова яһалма ротангтан төрлө яҡтыртҡыстар, гөл һауыттары яһағандар. Бынан тыш һөнәр оҫталары биҙәнеү әйберҙәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар, хатта гармундар тәҡдим ителде.

 

 Креатив индустрияларҙы үҫтереү- заман талабы

 

 Ә фестивалдең икенсе көнөндә, йәғни 17 августа Стәрлетамаҡта «Сауҙагәр 2.0» фестивале сиктәрендә Республика Башлығы «Креатив индустриялар көнө»форумында булды. Ул Башҡортостанда тәүгә үткәрелә һәм эшҡыуарҙарҙы, эксперттарҙы, шулай уҡ был йүнәлеш буйынса фекер лидерҙарын берләштерҙе. Форум сиктәрендә «Мәғариф һәм кадрҙар», «Креатив мөхит», «Креатив эшҡыуарлыҡ һәм креатив продукттарҙы үҫтереү», «Креатив берләшмә», «Промыслалар һәм һөнәрҙәр», «Кино һәм медиа», «цифрлы креатив индустриялар», «Мода», «Сәнәғәт дизайны», «Музыка, башҡарыу сәнғәте» тематик блоктары буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары үтте, «Мәҙәни мираҫ, музейҙар» блогында ҡатнашыусылар ижади индустрияларҙың киләсәге образын, ижади суверенитетты, эшҡыуарлыҡтағы трендтарҙы, баҙарҙарҙағы көнүҙәк һорауҙарҙы, ватан продуктының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген, шулай уҡ тармаҡтың кадрҙар мәсьәләләрен тикшерҙе. Өфөнән «Фабрика» универмагы вәкилдәре Башҡортостанда мода өлкәһендә креатив индустрияның үҫеше тураһында һөйләне. Компания республиканың 70 дизайнеры менән хеҙмәттәшлек итә. Өс йыл ярым эшләү дәүерендә универмаг эшләгән брендтар һаны арта. Артабан уның партнерҙары билдәлелек ала һәм бөтә ил буйынса үҙ магазиндарын аса. Шуға күрә «Фабрика» етәкселеге республика ярҙамында халыҡ — ара евразия модаһы үҙәген булдырырға ниәтләй. Башҡортостан башлығы был башланғысты хупланы һәм юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы нигеҙендә мода өлкәһендә эксперт бүлеген асыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Ә фестивалдә ҡатнашыусылар эшҡыуарҙар аралашҡан арала  ҡаланың тарихи майҙанынан һәм Хоҙайбирҙин урамы буйлап милли кейемдәрҙә атланылар һәм «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ  бейеүен күмәкләп башҡарҙылар. Патрикеев йорто алдында Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары милли кейемдәрҙә бик матур сығыш яһанылар.  Төп майҙан алдындындағы сараларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул фестиваль ҡунаҡтарын ихлас сәләмләп, һәммәһенә яҡшы кәйефтәр һәм ҡалабыҙға төтороҡло үҫеш теләне.

- Әлеге фестиваль тамырҙары менән тарихыбыҙҙың  төпкөлөнә барып тоташа – ул Башҡортостандың һәм Бөтә Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм берҙәмлек, күр милләтле дуҫлыҡ байрамы. Ҡунаҡсыллыҡ фестивален юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн ҡала халҡына рәхмәт белдерәм. Йыл һайын бында сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән делегациялар артҡандан-арта бара.  Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла именлек теләйем. Байрам менән! – тине Радий Фәрит улы. Ул шулай уҡ креатив индустрияларҙы үҫтереү кәрәклеген дә билдәләп үтте.

Ижади һәм талантлы кешеләрҙе берләштерҙе «Сауҙәгәр»

- Ижади һәм талантлы кешеләрҙең берләшкәненә бик шатмын. Элек улар икеһе бер юлдан барманы. Һеҙҙең күптәрегеҙҙе дөйөм проекттарығыҙ аша беләм. Стәрлетамаҡта  «Купец.2.0.» фестивале үткәрелгән майҙан – ижади урын булһа, Өфөлә – «Арт квадрат» ҡала киңлеге. Әле беҙ Октябрь революцияһы урамын төҙөкләндереүҙе дауам итәбеҙ,  был  эшкә ижади белгестәрҙе йәлеп итәбеҙ. Беҙҙең бурыс – инфраструктура булдырыу, ә һеҙҙең бурыс – уны башҡаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ йөкмәтлерәк итеү.- тине Башҡортостан Башлығы. Осрашыу һуңында Радий Хәбиров креатив индустрия вәкилдәренә ярҙам итеү буйынса республика программаһын башлау мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте һәм төбәктең Иҡтисади  үҫеш министрлығына мәсьәләне ныҡлы өйрәнергә ҡушты. Ә кисен халыҡ-ара хореографик фестивалдең Гала-концерты үтте, вокаль ансамблдәр,  Рәсәй фолк-төркөмдәр сығышы үҙенә йәлеп итте.

Сауҙагәр фестивале»нең өсөнсө көнөндә лә  төш етеүгә тамашасылар байтаҡ йыйылды. Сәхнәлә "Урман йәрминкәһе" ҡурсаҡтары шоуы үтте. Һөнәрселек йәрминкәһе эшен дауам итә. Рәсәйҙең күп ҡалаларынан оҫталар үҙҙәренең изделиеларын тәҡдим итте. Элекке «Салауат» кинотеатры артындағы паркта балалар өсөн майҙансыҡтар эшләне. Улар һүрәт төшөрҙө, хоккей һәм шашка уйнаны. Ә «Ашҡаҙар» яры буйынса балалар өсөн төрлө конкурстар  ойошторолдо. Төп майҙанда төрлө конкурстар үткәрелде. Филармония артистарының сығыштары йөрәктән йөрәккә етте.Иртәгә эш көнө булһа ла халыҡ оҙаҡ таралманы. Шулай «Сауҙагәр» фестивале сиктәрендә рухи тамырҙарыбыҙҙы нығыттыҡ.

 

ҺҮҘ ФЕСТИВАЛЬ ҠУНАҠТАРЫНА:

 

Дмитрий Носков, Силәбе өлкәһе:

- Ҡунаҡсыллыҡ фестивале тураһында Башҡортостанда йәшәүсе дуҫтарымдан ишетеп килдем. Үҙем мин сығышым менән – Башҡортостандың Балаҡатай районынан. Өсөнсө быуын – ағас юныусыларға инәм. Олатайымдар ғүмер буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнделәр, Рамдарҙан тыш ағастан юнып, семәрләп көнкуреш кәрәк-яраҡтарын башта күрше-күләнгә, таныштарға эшләнеләр. Был кәсеп быуындан-быуын күсә тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Хәҙер мин заказ буйынса иконалар ҙа эшләйем.

 

Зилә Яркова, Ырымбур өлкәһе:

 

 - Алыҫтан килһәк тә Салауат ҡалаһында туғандарымда туҡталдыҡ,  Мин бәйләгән шәлдәрҙе – Ырымбур шәлдәре тип әйтеп булмай, мин үҙем бәйләгән әйберҙәрҙе – дизайнер  изделиялар тип атайым.

 

Анастасия Замошникова,  Өфө ҡалаһы ҡурсаҡтар тегеү оҫтаһы:

 

- Был кәсепте мин балам менән декрет ялында ултырғанда башлап ебәрҙем. Башта ҡыҙыма ҡурсаҡ тектем. Аҙаҡ әхирәттәремдең балаларына. Хәҙер инде «Ҡосаҡла мине» тигән үҙ оҫтаханам бар. Фестивалдә беренсе йыл ҡатнашам.

 

Гөлнара Заһиҙуллина, Ишембай районы, балаҫтар һуғыу оҫтаһы:

 

- Был кәсеп менән 5 йыл самаһы ғына шөғөлләнәм. Интернет аша өйрәндем.

Эше лә етерлек, килеменән дә ҡәнәғәтмен. Ҙурлығына ҡарап , йөндөң сифатына ҡарап балаҫтарҙы  15-28 меңгә һатабыҙ.

 

Римма ҒӘЛИМОВА.

Лилиана БАТЫРШИНА һәм  Анастасия АДАДУРОВА фотолары.

 


 

РУХИ ТАМЫРҘАРЫБЫҘҘЫ НЫҒЫТТЫҠ
РУХИ ТАМЫРҘАРЫБЫҘҘЫ НЫҒЫТТЫҠ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас