Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Август 2024, 12:10

ЙӨРӘК САҠЫРЫУЫ БУЙЫНСА…

Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Аструм» сауҙа комплексы хакимиәте 2022 йылдың сентябренән алып махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙ ихтыяждары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора. Улар фронтҡа йылы әйберҙәр, медицина препараттары, радиостанциялар, аҙыҡ-түлек һәм беҙҙең яуигирҙәргә кәрәкле башҡа күп нәмәләр ебәрә. Ә 2023 йылдың февраленән комплекс бинаһында маскировка селтәрҙәре етештерелә башлай. Бында 200-ҙән дә кәм булмаған ирекмәндәр  маскировка селтәрҙәре әҙерләй, ойоҡбаш бәйләй, төрлө әйберҙәр һәм амуниция тегә, махсус хәрби операциялағы һәм яҡташтарыбыҙға ебәрә...

Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ирекмәндәре Махсус хәрби операция зонаһына сираттағы гуманитар йөк тапшырҙы. Йөрәк саҡырыуы буйынса эшләгән был кешеләр ярҙамға мохтаж булғандарға ярҙам итергә  ынтылыуын шулай аңлата. Бында һүҙ «Аструм» сауҙа үҙәгенә даими килгән ирекмәндәр тураһында бара. «Көмөш» йәштәге  апайҙарҙан һәм бик йәш ирекмәндәрҙән торған  берҙәм рухлы  ғаиләгә әйләнгәндәр улар. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн «Аструм» сауҙа үҙәгенең ирекмәндәр командаһы Башҡортостан Республикаһы «Набат» йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

- 2023 йылдың 1 февраленән бөтәһе 34308 квадрат метрға ( 3 гектарҙан ашыу) 5718 маскировка селтәре әҙерләнгән һәм фронтҡа ебәрелгән. Материалдар һатып алыу өсөн 5 миллион һум самаһы аҡса йыйыла, шуларҙың 3 589170 һумы туранан-тура фондҡа тапшырыла,  бынан тыш 1700 000 һумдан ашыу аҡса беҙгә Өфө Епархияһының 2-се Благочиние Рус православие сиркәүе мәхәлләһе митрофор протоиерейы Павел Миронов тапшырҙы. Бөтә финанс ярҙамы беҙгә фәҡәт битараф булмаған республика һәм ҡала патриоттары  тарафынан ғына тапшырыла,  - тине «Аструм» үҙәк ҡала баҙарының башҡарма директоры Ирина Хәлит ҡыҙы Иманғолова.

  Маскировка селтәрҙәрен ҡала хакимиәте вәкиле етәкселегендәге  гуманитар конвойы ташый, ә башлыса отпускыла булған йәки яраланғандан һуң булған яугирҙар аша ебәрәләр. Улар үҙҙәре был комплексҡа килә, унда уларға ирекмәндәрҙән бүләктәр тапшырала, шулай уҡ маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы гуманитар йөк менән алып китә улар. Был юлы йөктө Ишембайҙан отпускыға ҡайтҡан «Окулист» позывнойы алып китте.

-  Шулай итеп, Беҙ «Набат» һәм «Отечество» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре менән тығыҙ бәйләнештә бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙамға ебәрҙек.Параллель рәүештә беҙ фронтта яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Граждандар ярҙамынан тыш был эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Һәм, мөмкинлектән файҙаланып, ирекмәндәребеҙгә ҙур рәхмәт әйтергә теләйем! Изге эштә ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт! – тип һүҙен тамамланы , Ирина Хәлит ҡыҙы.

Ирекмәндәр Валентина Александровна Букреева,  Елена Евгеньевна Елисеева һәм Рима Мостафа ҡыҙы Муллакаевалар ҙа сарала ҡатнашыусылаға үҙҙәренең йөрәк һүҙҙәрен еткерҙеләр.

- Һеҙ көслө һәм яҡты кешеләр, һеҙ үҙ тырышлығығыҙ менән ныҡлы тыл булдыраһығыҙ. Һеҙ маскировка селтәрҙәренең ни тиклем мөһим булыуын беләһегеҙ, улар ысынлап та беҙҙең һалдаттарҙы ҡотҡарасаҡ! Йөрәктәрегеҙ йылыһы өсөн рәхмәт!Еңеүгә ышанысығыҙ өсөн рәхмәт! – тине улар. Әлбиттә, был һүҙҙәрҙе  Һөйләгәндәрҙең ҙә, тыңлағандарҙың ҙа  күптәренең  күҙ йәштәре тулышҡан ине.

 Римма ҒӘЛИМОВА.

Анастасия Ададурова фотолары.

 

ЙӨРӘК САҠЫРЫУЫ БУЙЫНСА…
ЙӨРӘК САҠЫРЫУЫ БУЙЫНСА…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас