Мәҫәлән, Сауҙагәр 2.0. Шул уҡ ваҡытта беҙ хәлдең еңел булмауын аңлайбыҙ, һеҙ быны үҙегеҙ күрәһегеҙ. Шуға күрә быйыл 1 сентябргә планлаштырылған Ҡала көнөн үткәреүҙән баш тартырға ҡарар иттек. Мин йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар етәкселәре менән күп аралаштым, һәм беҙ Ҡала көнөн үткәреүҙе туҡтатырға кәрәк тигән фекерҙә булдыҡ. Барығыҙҙы ла аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайым! Партнерҙарыбыҙ Ҡала көнөн үткәреүгә йүнәлтергә планлаштырған бөтә средстволар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта беҙ балаларҙы Белем көнө менән бәйле ыңғай эмоцияларҙан мәхрүм итә алмайбыҙ һәм 2 сентябрҙә партнерҙар менән берлектә балаларыбыҙ өсөн тематик программа ойошторабыҙ. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов үҙенең «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә яҙып сыҡты. Күптәр уның менән килешә.