Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Август 2024, 13:04

Балаларыбыҙҙың киләсәге, илебеҙҙең тарихы һайлауҙарҙан тора!

Башҡортостан Башлығын һәм урындағы депутаттарҙы һайлау көндәре етеп килә. Ошо уңайҙан һайлауҙарға ҡарата  йәмәғәтселек фекерен тәҡдим итәбеҙ. Марат ТИКЕЕВ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы-ғалим: 

Балаларыбыҙҙың киләсәге, илебеҙҙең тарихы һайлауҙарҙан тора!Балаларыбыҙҙың киләсәге, илебеҙҙең тарихы һайлауҙарҙан тора!
Балаларыбыҙҙың киләсәге, илебеҙҙең тарихы һайлауҙарҙан тора!

- Һәр кемгә һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғы бирелгән.  Һайлауҙар беҙгә, һайлауҙарҙа ҡатнашып, үҙ тауышыңды биреү мөмкинселеген бирә. Тимәк, был илебеҙҙең тормошонда ҡатнашыу тигән һүҙ.

Балаларыбыҙҙың киләсәге, илебеҙҙең тарихы һайлауҙарҙан тора.

Илебеҙ үтә етди һынау алдында торғанда беҙгә, бер ҡасан да булмағанса, берләшергә кәрәк. Хәҙер кемделер әрләй торған ваҡыт түгел. Ил, республика етәкселегенә ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр урынлы түгел.

 Шуға күрә, мотлаҡ, һайлауҙарға барып, үҙ тауышыңды биреү мөһим, тип уйлайым. Берҙәм булайыҡ, туғандар! Берҙәмлектә – көс!

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас