Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
20 Августа 2024, 13:35

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

“Башҡортостан өсөн был бик актуаль, беҙҙең республика – илдәге иң “ғаиләле” төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә 472 мең ғаилә йәшәй, шуларҙың 59 меңе – күп балалы ғаиләләр. Уларға ярҙам күрһәтеүҙе, йәшәү һәм балаларҙы тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ,- тип белдерҙе быйыл ғинуарҙа уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.  1 сентябрҙән күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусы балаларға һәм студенттарға йәмәғәтселек транспортында бушлай юл йөрөү тураһындағы закон ғәмәлгә инә.

Күп балалы ғаиләләргә ярҙамКүп балалы ғаиләләргә ярҙам
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин тарафынан 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Яңы ярҙам сараларының береһе булып автобуста ла, трамвайҙа ла, троллейбуста ла бушлай юл йөрөү тора.

Бындай ярҙам сараһы, мохтаж булыу-булмауына ҡарамаҫтан, күп балалы ғаиләләрҙән булған мәктәп уҡыусыларының барыһына ла ҡағыла. Льгота уҡыу йылы дауамында – 1 сентябрҙән 31 майға тиклем, ял, байрам көндәре һәм каникулдарҙан тыш, уҡыу көндәрендә ғәмәлдә буласаҡ. Был турала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итәләр.

 Социаль ярҙам саралары менән ғаиләләр өлкән балалары 18 йәшкә еткәнсе йәки көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса ойошмала белем алыусы балаһы 23 йәшкә еткәнсе файҙалана аласаҡ.

Әлеге ваҡытта мәктәп формаһына 29,5 мең күп балалы ғаилә компенсация алған. Республика етәкселеге спорт формаһы менән дә ярҙам итмәксе.

 Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Альбина СИБӘҒӘТУЛЛИНА, өс бала әсәһе:

– Мин декрет ялында өсөнсө ҡыҙым менән ултырғанда, иптәшем генә эшләп йөрөгәнгә күрә, беҙ аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаилә булараҡ, мәктәп формаһы өсөн компенсация алып ҡалдыҡ. Уны ике йылға бер тапҡыр ғына алырға була, суммаһы 4 меңдән ашыуыраҡ, улым беренсе класҡа барғанда бушлай портфель биргәйнеләр. Шулай уҡ кинотеатрҙарға, уйын бүлмәләренә, бассейндарға нисәлер процент ташлама менән ингәнебеҙ бар. Балаларҙы мәктәпкә машина менән алып барһаҡ та, ҡайтҡанда ҡайһы ваҡыт улыма троллейбуста ҡайтырға тура килә, шуға күрә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн транспортта бушлай йөрөү законы, ысынлап та, бик кәрәк. Күп балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп, ошондай уңайлыҡтар булдырғаны өсөн республика етәксеһе Радий Хәбировҡа һәм уның командаһына рәхмәт!

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам
Автор:Роза Сафина
Читайте нас