Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Август 2024, 07:35

Күптәрҙең «түбәһе» күккә тейҙе

«Өс көнлөк ижад, матурлыҡ, йомартлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ марафоны тамамланды. «Сауҙагәр»  фестивалендә 71 мең ҡатнашты. Шулайуҡ 330 һөнәрсе үҙ әйберен һатыуға сығарҙы, милли кейемдә 1250 кеше йөрөнө. Был һандар артында ҙур ҡыҙыҡлы ижади һәм ойоштороу эше тора. Фестиваль ҡунаҡтарына, артистарға, һөнәрселәргә, ирекмәндәргә, бөтә ойоштороусыларға, халҡыбыҙға лайыҡлы сағыу байрам өсөн ихлас рәхмәт белдерәм», - тип яҙып сыҡты хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов был сара хаҡында.

Сауҙагәр 2.0 "Ҡала өҫтөндәге йырҙар" менән финалға сыҡты. Стәрлетамаҡ халҡы, бер аҙ ямғыр яуһа ла, сатырҙар аҫтында театр-концерт берләшмәһе филармонияһы солистары Наилә Ғирфанова һәм Айгиз Уелданов менән бергәләп бөтәһенә лә билдәле йырҙарҙы йырланы. Аҙаҡ асыҡ һауала кино ҡараны. Был байрамда күптәрҙең «түбәһе» күккә тейҙе.

Күптәрҙең «түбәһе» күккә тейҙе
Күптәрҙең «түбәһе» күккә тейҙе
Автор:Римма Галимова
Читайте нас