Ватан һәм тәрбиә
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар белем биреү өлкәһендә заманса тенденциялар, Стәрлетамаҡта 2024-2025 уҡыу йылына муниципаль белем биреү системаһының төп үҫеш йүнәлештәре менән танышты. Мәктәпкәсә белем биреү һәм, ғөмүмән, мәғариф өлкәһендәге мөһим проблемалар күтәрелде һәм уларҙы хәл итеү юлдары тәҡдим ителде.
Алан Марзаев үҙенең сығышында яңы уҡыу йылына бынан алда ғына уҙған республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләп үткән белем биреүҙәге төп йүнәлештәрҙе атаны.
– Төп бурысыбыҙ – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, балаларға патриотик тәрбиә биреү буйынса эште дауам итеү! – тине Алан Викторович.
Һәләтлеләргә – матди дәртләндереү
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов билдәләүенсә, был ғәмәлдә ғаиләгә, традицион ғаилә ҡиммәттәренә һәм патриотик тәрбиәгә төп акценттарҙы ҡуйыу кәрәклеге тураһында һөйләй. Быны “Технология” урынына – “Хеҙмәт”, “Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре”, “Ғаилә белеме” дәрестәре урынына “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау” кеүек яңы предметтар индереү раҫлай.
Рөстәм Ғәзизов үҙенең докладында мәғариф учреждениеларының федераль төбәк программаларында ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Алдағы йылдан балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау буйынса федераль программа старт аласаҡ. 2025-2027 йылдарҙа ун балалар баҡсаһына капиталь ремонт уҙғарыу программаһына индереү өсөн Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына ғариза бирелгән. Әлеге ваҡытта Көнбайыш биҫтәһендә 150 һәм 190 урынлыҡ балалар баҡсалары төҙөү өсөн проект-смета документацияһы әҙерләнә. Ә Яр буйы биҫтәһендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөүгә проект-смета документацияһы ыңғай дәүләт һығымтаһын алды ла инде. 2025-2027 йылдарҙа 13 мәктәптә капиталь ремонт уҙғарыу өсөн Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына өҫтәмә рәүештә программаға индереү өсөн ғариза һәм тейешле документация бирелгән. Рөстәм Ғәзизов шулай уҡ уҡыусыларҙың башланғыстарын яҡлау өсөн башлыҡ грантын индереү тураһында иғлан итте.
– Беҙҙә яҡшы уҡыған һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә күрһәтеп, үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырырға теләгән һәләтле балалар күп. Беҙ шундай балаларға ҡала кимәлендә ярҙам итергә булдыҡ. Һәр мәктәп ғариза бирә ала, ә эксперт комиссияһы 10 еңеүсе команданы һайлап ала, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәренең проектын бойомға ашырыу өсөн 200 мең һум аҡса аласаҡ, шулай уҡ, ғаризалар республика һәм федераль кимәлгә йүнәлтеләсәк, – тип һөйләне Рөстәм Фәрит улы. Бынан тыш, яңы уҡыу йылынан айырыуса һәләтле балаларға хакимиәт башлығы стипендияһын түләү дүрт тапҡырға артасаҡ
Уҡытыусыларҙы матди дәртләндереү тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Фәрит улы Стәрлетамаҡта еңеүселәрҙе һәм Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призерҙарын әҙерләгән өсөн педагогтарға премия булдырылуы тураһында лә әйтеп үтте. Ул шулай уҡ үҙенең урынбаҫары Михаил Григорьевҡа Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса йөҙ балл йыйыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға матди дәртләндереү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.
Кадрҙар мәсьәләһе, мутлашыу төрҙәре...
Уҡыу йылының йәнә бер яңылығы – видеокүҙәтеү, һаҡлау сигнализацияһы системаһын, белем биреү учреждениеларына инеүҙе контролдә тотоу һәм идара итеү системаларын техник хеҙмәтләндереүҙе ҡала үҙ өҫтөнә ала. 2024-2025 уҡыу йылына ошо маҡсатта 16 миллион һум аҡса бүленә.
Стәрлетамаҡтағы мәғариф учреждениелары алдында торған төп проблемаларҙы Йыһангир Ишбаев билдәләне. Шуларҙың береһе – кадрҙарға ҡытлыҡ.
Педагогтар кәңәшмәһендә шулай уҡ Мәскәүҙән саҡырылған спикерҙар сығыш яһаны. Улар араһында: педагогия фәндәре докторы, МДПУ-ның мәғариф һәм мәғлүмәт хоҡуғы кафедраһы доценты, белем биреүҙә экспертиза үҙәгенең баш аналитигы Нина Ладнушкина, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ағзаһы Татьяна Жукова, Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты ҡарамағындағы мәктәпкәсә белем биреү буйынса эксперт советы ағзаһы Баатр Егоров, Мәктәпкәсә белем биреү үҙәге етәксеһе Нина Плаксина һәм башҡа ғалимдар һәм белгестәр бар.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы вәкиле Никита Михеев мутлашыу төрҙәре һәм ысулдары һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында тағы бер тапҡыр мәғариф хеҙмәткәрҙәренең иҫенә төшөрҙө.
Өс яҡлы килешеү
Бынан алда Стәрлетамаҡта үткән республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканы йәш квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү кәрәклеген билдәләгәйне. Әле шул тема ғәмәлдә дауам итте: уҡытыусылар кәңәшмәһендә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, ӨДНТУ ректоры Олег Баулин, 1, 3, 12-се лицейҙар, 2-се гимназия, 17-се һәм 33-сө мәктәптәр һәм 2-се башҡорт лицей-интернаты директорҙары менән профиль кластары булдырыу тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Традицион рәүештә, үткән уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешкән педагогтар, социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе мәғариф учреждениелары рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары һәм күкрәккә тағыла торған билдәләр менән бүләкләнде
Шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусылар сығарған белем биреү ойошмалары 100 мең һумлыҡ сертификаттар алды, олимпиада еңеүселәрен, БДИ-нан йөҙ балл алыусыларҙы тәрбиәләгән һәм уҡытҡан алдынғы педагогтарҙы бүләкләү тантанаһы булды.
Роза САФИНА.
Анастасия АДАДУРОВА фотолары. Фотолар шулай уҡ ҡала хакимиәте рәсми сайтынан алынды.
Уҡытыусы фекере
Гөлфиә Һөйәрембәтова, 33-сө мәктәптең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” төбәк-ара конкурсында "Инновацион технологияларҙы технологияларҙы уңышлы ҡулланған өсөн” номинацияһында еңеүсе:
- Ҡалабыҙҙа белем биреү форумы юғары кимәлдә үтте – мәктәптәрҙә төрлө майҙандар булдырылды, директорҙар, методистар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре үҙҙәренең тәжрибәләре менән бүлеште.
Туған тел уҡытыусыларының секцияһында методик яҡтан үҙен һынап ҡараған, әйтер һүҙе булған уҡытыусылар тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.
Был рух осрашыуы ла булды. Ғөмүмән, бөгөн башҡорт теле уҡытыусыһы үҙ предметын яҡшы белеү генә түгел, уны төрлө форматта ла уҡыта белеү кәрәклеге менән осрашты. Ошондай мәлдәрҙә беҙгә төрлө интерактив сервистар ярҙамға килә, улар ярҙамында дәрестәрҙе төрлөләндерергә, өй эшен мауыҡтырғыс һәм еңел итергә, шуның менән уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырға мөмкин.
Быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024” төбәк-ара конкурсында ҡатнашып “Инновацион технологияларҙы уңышлы ҡулланған өсөн” номинацияһында еңеүсе тип танылдым. Был рух бәйгеһе минең өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, тәжрибә туплау майҙансығы булды. Ғөмүмән, конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк. Ул һөнәри үҫешкә һәр йәһәттән дә булышлыҡ итә. Ошо форумда коллегаларым алдында конкурс тәьҫораттары менән бүлешеп, үҙ тәжрибәм менән таныштырҙым. Оҫталыҡ дәресемдең темаһы “Аудиояҙмалар технологияһы аша уҡыусыларҙың уҡыу грамоталылығын үҫтереү” тип атала. Уҡыу грамоталылығын үҫтереүҙең алымдары тураһында уйланғанда уҡыуҙа уҡыусыларымды үҫтерерҙәй, тәрбиәләрҙәй, хис-тойғоларына тәьҫир итерҙәй, рухи аҙыҡ булырҙай юлдарҙы эҙләнем. Шул саҡта яҙыусы-шағирҙарҙың үҙ тауыштары менән уҡылған аудиояҙмаларҙы тупларға тигән уй килде. Шәхестең биографияһын, әҫәрҙәрен өйрәнгәндә автор башҡарыуындағы яҙмаларҙы тыңлау дәресте йәмләндерә, төрлөләндерә, хис-тойғоларҙы байыта һәм артабан уҡыясаҡ әҫәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Бының менән нимә әйтергә теләйем: башҡорт телендә әҫәрҙәр уҡыйыҡ, уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырайыҡ, эҙләнәйек, эшебеҙҙә төрлө алымдар ҡулланайыҡ! Йомғаҡлап әйткәндә, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәрәжәһен күтәреү өсөн тырышабыҙ. Йыл һайын республика етәкселеге уҡытыусыларҙы хеҙмәт емештәре өсөн төрлө дәүләт премиялары менән дәртләндереп тора. Башҡорт теленә, ғөмүмән, туған телдәргә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙең тәжрибә туҡталмаҫ, киләсәктә лә яңы асыштарға килербеҙ тип ышанам.