Стәрлетамаҡта элекке “Березка” шифаханаһы бинаһын яңыртыу эштәре тамамланып килә. Ул хәҙер 1-се гимназияның Ибраһимов урамындағы яңы корпусы буласаҡ. Сентябрь етеү менән бында уҡыусыларға тәҡдим ителгән менюнан ризыҡтарҙы үҙ аллы һайларға мөмкин буласаҡ. Был турала Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә яҙҙы.
– Был аҙыҡ-түлек культураһын формалаштырырға ярҙам итәсәк. Әйтәйек, балалар беренсе көндө күп итеп котлет алһа ла, барыбер ашап бөтә алмаясаҡ. Балыҡ котлеттарына береһе лә үрелмәҫ, моғайын. Әммә ваҡыт үтеү менән балалар үҙенә кәрәген генә һайлап ала башлаясаҡ, – тигән фекерҙә хакимиәт башлығы. – Стәрлетамаҡ мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороуға бындай ҡараш беренсе тапҡыр индерелә. Идеялар ысынлап та ҡыҙыҡлы. Иң мөһиме, был балалаларҙа ашағанда туҡланыу культураһын, этикет ҡағиҙәләрен формалаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта был туҡланыуҙың хаҡына тәьҫир итмәй тиерлек, – тине хакимиәт башлығы.
Етәксе яңы корпус төҙөлөшө барышы тураһында һөйләгәндә, күпселек эштәр, шул иҫәптән ашханалағы “швед өҫтәле” тамамланырға тора, аҙағына етеп килә, тип вәғәҙәләне. Мәғариф усағын тейешле ҡорамалдар менән йыһазландыра башлағандар ҙа инде, ә мәктәп һәм балалар баҡсаһы алды биләмәһенә тупраҡ һәм үҫемлек үҫентеләре килтерелә. Балалар өсөн шулай уҡ гимназия ихатаһында спорт конструкциялары яңыртыласаҡ. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылғы уҡыу йылында мәғариф усағы башланғыс кластарға 750 уҡыусыны, ә балалар баҡсаларына 120 баланы ҡабул итәсәк.
Әйткәндәй, “швед өҫтәле” системаһы ҡалала тағы ике мәғариф усағында – 29-сы мәктәптә һәм 4-се гимназияла индереләсәк.
Р.САФИНА.