Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
27 Августа 2024, 06:25

Һөйөнсө! Троллейбус паркыбыҙ яңыра

Стәрлетамаҡҡа  өр-яңы 10 троллейбус ҡайтарыла. Был хаҡта Радий Хәбиров белдерҙе.

Һөйөнсө! Троллейбус паркыбыҙ яңыраҺөйөнсө! Троллейбус паркыбыҙ яңыра
Һөйөнсө! Троллейбус паркыбыҙ яңыра

Башҡортостанға һатып алынған 40 троллейбустың унауһын Стәрлетамаҡҡа тапшырмаҡсылар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 26 августа уҙған БР  Хөкүмәтенең  оператив кәңәшмәһендә ошо турала әйтте. Әлегә Өфөгә тәүге ун троллейбус килтерелгән.

“40 троллейбусты алып ҡайтыу менән, 10-һын Стәрлетамаҡҡа ебәрәбеҙ. Уларҙың автопаркы ныҡ туҙған, һәм был ҡала инфраструктураһын үҫтереү өсөн  ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине республика етәксеһе.

Андрей БАШКИРОВ, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы начальнигы:

– Бөгөнгө көндә, сер түгел, троллейбус паркы 100 процентҡа иҫкергән. Күптән яңырыу көтә ине. Линияға сыҡҡан троллейбустар ватылып тора. Был яңылыҡты беҙ – коллектив ҡына түгел, бөтә Стәрлетамаҡ халҡы ҡыуанып ҡабул иткәндер тип уйлайым. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт!

Р.ЗАМАНОВА.

Һөйөнсө! Троллейбус паркыбыҙ яңыра
Һөйөнсө! Троллейбус паркыбыҙ яңыра
Һөйөнсө! Троллейбус паркыбыҙ яңыра
Автор:Роза Сафина
Читайте нас