Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Август 2024, 12:55

Яҙыусыны хөрмәтләп…

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде.

 

29 августа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Илеш районында тыуып үҫкән Суфиян Поварисовтың (1924-2016) тыуыуына 100 йыл тула. Бөгөн Өфөлә яҙыусыға арналған мемориаль таҡтаташ асылды. Яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре Суфиян Шәмсетдин улы 40-ҡа яҡын китап һәм 300 фәнни хеҙмәт авторы. Талантлы яҙыусы үҙенең юғары художестволы әҫәрҙәре менән башҡорт әҙәбиәтенә ҙур өлөш индерҙе. Мемориаль таҡтаташты асыу тантанаһында БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншин, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Семенов һәм Суфиян Шәмсетдин улының яҡын дуҫы драматург Наил Ғәйетбаев, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, яҙыусының ҡыҙы Клара Поварисова һәм ейәнсәре Лилиә, шағирҙар һәм яҙыусылар, ғалимдар, журналистар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары сығыш яһаны. Һуғышта ҡатнашҡан, тормош ҡәҙерен белгән белгән, уның һәр минутын ҡәҙерләгән Суфиян Поварисов әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла уңышлы эшләй. Үҙен очерк оҫтаһы итеп күрһәтә. Уның әҫәрҙәре Тыуған илгә һөйөү һәм тыуған ерендә йәшәгән тырыш, киң күңелле кешеләр тураһында», - тине Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Суфиян Шәмсетдин улының ҡыҙы Клара Поварисова әйтеүенсә, яҙыусы 92 йәшкә тиклем, йәғни ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй, көн һайын 5-10 битлек роман яҙа. Әхлаҡлылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, эшһөйәрлек һәм ныҡышмалылыҡ өлгөһө була ул. 28 августа яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыуҙы Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында билдәләйәсәктәр.

Яҙыусыны хөрмәтләп…
Яҙыусыны хөрмәтләп…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас