“Ашҡаҙар” гәзите махсус хәрби операция башланған көндән алып унда ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ, уларҙың батырлыҡтары хаҡында даими яҡтыртып килә. Ә гәзиттең баш мөхәррире Рәмил Мансуров йәй осоронда үҙе махсус хәрби операция биләмәһенә барып, фронт һыҙығынан геройҙарыбыҙ тураһында репортаждар яҙҙы. Күптән түгел ошо юлъяҙмалар китап булып донъя күрҙе, унда Рәмил Ғәбдрәшит улының махсус хәрби операцияға бағышланған башҡа яҙмалары ла ингән.
Әйткәндәй, “Ватан саҡырыуы буйынса” был китапҡа шулай уҡ коллегабыҙ Эльдар Фәттәхов, “Стерлитамакский рабочий” гәзите баш мөхәррире Алексей Матвеев, шул уҡ баҫма хәбәрселәре Марина Воронова, Екатерина Яковлева һәм тотош бүлек булып Фаяз Йомағузиндың мәҡәләләре ингән.
Был китапта Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районынан сыҡҡан махсус хәрби операция геройҙары, гуманитар ярҙам һәм башҡа саралар тураһында һүҙ бара.
Г.БҮЛӘК.
Рәмил МАНСУРОВ, “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире:
– Был китапта яҙмыштар, ҡараштар, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары сағыла. Унда – беҙҙең геройҙар!
Тупланған материалдарҙы ҡарап сыҡҡас, журналист Фаяз Йомағужин менән ә нишләп әле беҙ был мәҡәләләрҙе китап итеп сығармайбыҙ, тигән уй килде. Макеты, тәржемәләре өҫтөндә нәҡ ул эшләне. Китап рус телендә,