Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғариза биреүсенең мессенджерына кадрҙар бүлеге директоры урынбаҫары исеменән хәбәр килә. Унда “документтар менән проблемалар килеп сыҡты һәм шуға һеҙҙең менән бәйләнешкә инәсәктәр” тип яҙылған була. Шунан уға “хоҡуҡ һаҡлау органдарынан” финанс мутлашыу өлкәһендә йышылған “хеҙмәткәр” шылтырата. Ул, йәнәһе, әлеге ваҡытта банк хеҙмәткәрҙәре законһыҙ аҡса күсереү өсөн ялған документтар буйынса кредит бирә тип аңлата, шулай уҡ уның паспортының ҡултамғаһыҙ һәм фотоһыҙ күсермәһен ебәрә. Артабан уға кредиты бармы-юҡмы – ошо турала тикшереү уҙғарыу тураһында документтар килә. Мутлашыусылар хәлдән сығыу юлын тәҡдим итә: кредитты ҡаплау өсөн яңыһын алырға кәрәк тип ышандыра.
Ир күрһәтмәне үтәй һәм күрһәтелгән иҫәптәргә 1,6 миллион һум аҡса күсерә. Шунан һуң мутлашыусы тағы шылтыратасағын һәм уның кредит тарихын тикшерәсәкбеҙ, тип хәбәр итә.
Аферистар икенсе көнөнә был ир менән тағы ла бәйләнешкә инә. “Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре” уның исеменә йәнә бер кредитҡа ғариза асылған һәм ошондай уҡ схема буйынса эш итергә кәрәк тип ышандыра. Шулай итеп, ул, тағы ла 2 миллион һумға яҡын кредит алып, артабан шулай уҡ аферистар иҫәбенә күсерә.
Ялған хеҙмәткәрҙәр бының менән генә туҡталып ҡалмай, артабан тағы бер кредит алыу кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр.
Эскерһеҙ ир быныһына ла ышана һәм 800 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Билдәһеҙ әҙәмдәр, үҙҙәренә кәрәген алғандан һуң да, алданған ирҙе һаман да финанс ойошмаларға ебәрә, әммә уға бөтә ғаризалар ҙа кире ҡағыла. Шул саҡта уғрылар уның ҡатынына ла кредит алырға маташа. Былар хәҙер икәүләп бер банкка барып, тағы бер миллион һум кредитҡа бата. Әммә һөйләшеү барышында ҡатын иренең алданғанлығын аңлай. Улы менән бергәләп уға мутлашыусыларҙың һәр төрлө ысул менән алдарға маташыуын аңлата һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Ә ир һаман шул телефон ҡараҡтарына ышаныуын дауам итә.
Мутлашыусылар оҫта манипуляторҙар икәнен полиция йәнә бер тапҡыр иҫебеҙгә төшөрә. Бер ҡасан да таныш булмаған әҙәмдәрҙең шылтыратҡанына алданмағыҙ, тип киҫәтәләр Рәсәй Эшке эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Әгәр ҙә һеҙгә, йәнәһе, хоҡуҡ һаҡлау орандарынан, финанс ойошмаларҙын шылтыратыбыҙ тигән булып, шул уҡ ваҡытта һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтә башлаһалар, трубканы һалығыҙ. Үҙегеҙгә шылтыратҡан ойошманың рәсми телефон номерына шылтыратып белешкәнегеҙ хәйерле.
Р.ЗАМАНОВА.
Фотолар РФ Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.