Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Август 2024, 07:00

Путин Нәбиуллинаға һуңғы иҫкәртеү яһаны

 Владимир Путин билдәләүенсә, инфляция менән тәү сиратта тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеүҙең үҫеше иҫәбенә көрәшергә кәрәк. Ул төп ставканың үҫеше кредит әүҙемлеген кәметмәй тип аптыраған.

"Билдәле булыуынса, инфляцияны туҡтатыу өсөн Рәсәй Банкы төп ставканы үҙгәртә, банк кредитлау баҙарын көйләй. Ә бында динамика алға бара. Нисек кенә булмаһын, төп ставканың күтәрелеүенә ҡарамаҫтан, беҙ был динамиканы күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, июнь йомғаҡтары буйынса бизнесҡа кредиттар күләме йылына 20 проценттан ашыуға артҡан, ипотека менән тәьмин ителмәгән ҡулланыусылар кредиттары буйынса бурыс 3,5 триллион һумға артҡан", — тине президент. Уның һүҙҙәренсә, инфляция менән башҡа ысулдар менән көрәшергә кәрәк. "Тауарҙар һәм хеҙмәттәр күләме эске ихтыяжға яуап бирергә тейеш: ҡулланыусылар, граждандар яғынан да, инвестиция яғынан да, үҫеш проекттарын тормошҡа ашырыусы предприятиелар, компаниялар яғынан да үҙ ҡеүәттәрен модернизациялауға һәм киңәйтеүгә аҡса һалына.

Путин Нәбиуллинаға һуңғы иҫкәртеү яһаны
Путин Нәбиуллинаға һуңғы иҫкәртеү яһаны
Автор:Римма Галимова
Читайте нас