Уҡыу йылы башына мәктәптәрҙә төрлө тикшереүҙәр үтте: янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеүҙәр, хәүефле хәбәрҙәр тапшырыу саралары, металл эҙләүселәр һ. б.
2024 йылда тағы ла 17 мәктәп автобусы һатып алынды. Уҡыусыларҙы мәктәпкә алып барыу һәм кире алып ҡайтыу өсөн республика мәктәптәрендә 50 206 уҡыусы һәм 1523 мәктәп автобусы йәлеп иелде. Йыл аҙағында Башҡортостан йәнә 50 мәктәп автобусы аласаҡ.
Беҙҙең мәктәптәр стандарттың йөкмәтке үҙгәрештәренә лә әҙер: 1 сентябрҙән хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды яҡлау һәм хеҙмәт (технология) фәндәре уҡытыла башлай. Был дәрестәрҙе уҡытыу өсөн йәй эсендә меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләнелде.
Капиталь ремонт буйынса:
2024 йылға мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау программаһына 31 мәктәп индерелде, шуларҙың алты мәғариф ойошмаһы бер йыллыҡ:
- Күмертау ҡалаһының БР-ҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия интернаты;
- Баймаҡ лицей-интернаты,
- Әбйәлил районының Ҡыҙыл Башҡортостан ауылы урта белем биреү мәктәбе,
- Өфө ҡалаһының 119-сы мәктәбе,
- В.Ленин исемендәге 2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернаты,
- Бишбүләк районының Уҫаҡкисеү ауылы урта белем биреү мәктәбе.
Күрһәтелгән объекттар буйынса төҙөлөш әҙерлеге дөйөм алғанда 96,66 процент тәшкил итә. Радий Хәбиров Баймаҡ районына мәктәптәрҙе Белем көнөнә тиклем өлгөртөү өсөн ремонт эштәрен тиҙләтеүҙәрен һораны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ике йылда Башҡортостанда 140 мәктәптә ремонт уҙғарылды.
Р.ЗАМАНОВА.