Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Август 2024, 07:20

Дини символдар, мигранттар тураһында һүҙ барҙы

Стәрлетамаҡта ҡала хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини берләшмәләр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы булды. Унда дини конфессиялар вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатнашты.

Дини символдар, мигранттар тураһында һүҙ барҙыДини символдар, мигранттар тураһында һүҙ барҙы
Дини символдар, мигранттар тураһында һүҙ барҙы

Ултырышты ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары  Павел Шорохов алып барҙы.

Көн тәртибендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы биләмәһендә дини символдарҙы урынлаштырыу тураһында проекттың  положениеһы һәм  мигранттар араһында терроризм һәм экстремизм, һәм шулай уҡ  социомәҙәни адаптация мәсьәләләре торҙо. Дини символдар тигәндә,  табыныу тәреләре, иҫтәлекле таштар, дини обелисктар кеүек әйберҙәр күҙ уңында тотола. Уларҙы ҡуйыу буйынса  ғаризаларҙы ҡала хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини берләшмәләр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ҡарай.

Икенсе мәсьәлә буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре сит ил граждандары менән алып барылған эш тураһында доклад менән сығыш яһаны.  Ултырышта мигранттарға ҡарата иғтибарҙы көсәйтергә, уларҙы мәҙәни-күмәк сараларға, спортҡа әүҙемерәк йәлеп итергә, һәм шулай уҡ  хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙе көсәйтергә тигән ҡарар ҡабул ителде.

Р.ЗАМАНОВА.

Анастасия АДАДУРОВА фотоһы.

Дини символдар, мигранттар тураһында һүҙ барҙы
Дини символдар, мигранттар тураһында һүҙ барҙы
Дини символдар, мигранттар тураһында һүҙ барҙы
Автор:Роза Сафина
Читайте нас