Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2024, 13:20

БЕЛЕМ КӨНӨ» иҫтә ҡалырлыҡ!

 Әле Стәрлетамаҡта «Сода» ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда һәм содовиктар паркында Белем көнөнә бағышланған. «Аҡыллы булыу-бик шәп!» сараһы бара.

Программала: дәртле шоу-программа;  сағыу фотолар өсөн селфиспинер, фотозоналар һәм фотобудкалар; БСК эколигаһы майҙансығы; лимонад һәм беренсе класс уҡыусыларына бушлай туңдырма; медицина тикшереүе үтеү мөмкинлеге; оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар! Күңел асыуҙар аҡыллы булырға тейеш, шуға күрә байрам белем биреү майҙансыҡтарын, викториналарҙы һәм бүләктәр һәм приздар менән конкурстарҙы үҙ эсенә ала. Байрам ҡунаҡтары араһында: Дим Димыч блогер, музыкант, ул миллионлаған хиттар авторы булараҡ та беҙгә таныш: Бадаладушки, Буратино, Кубики-Рубики; Шулай уҡ Анджелиша блогер, йырсы, королева мимики, Валентинки кеүек хиттар авторы; Chris Yank популяр башҡарыусы, Холодно хиты авторы булараҡ та билдәле. Бынан тыш тамашасылар өсөн төрлө ризыҡтар һатыла. Балалар өсөн төрлө уйындар майҙансыҡтары эшләй. Байрам ҡыҙғандан ҡыҙа бара.

Һүҙ байрамда ҡатнашыусыларға:

Рита Әлимбаева:

Байрам саралары матур ойошторолған. Өлкәндәргә сәләмәтлектәрен тикшерергә мөмкинлек бар. Уны «Берҙәм Рәсәй» ойошторған. Йыл һайын килергә тырышабыҙ. Ҡыҙҙарымдың өлкәне студент, бәләкәйе  балалар баҡсаһына йөри. Бушлай өләшкән туңдырма алырға үҫеп етмәгәнбеҙ әле. Сөнки туңдырманы 1 класҡа барыусы балаларға ғына өләшәләр.

Зәлиә Бигулова:

Төрлө ризыҡтар һатыла, әлбиттә, балалар өсөн – уларҙың хаҡтары ҡыйбат, минеңсә. Киләсәктә ойоштороусылар ошо хаҡта ла уйлаһындар ине.

Мария Загитбаева:

Мин – колледжда 1 курста уҡый башлап торам. Әлеге концерт менән парктагы сараны сағыштырҙым. Миңә Гагарин паркындағы саралар нығыраҡ оҡшаны. Сөнки бындағы саралар, концерт программаһы тик балалар өсөн генә, ә тегендә өлкәндәр өсөн айырым проекттар бар.

Оксана Шмидт:

Мин бында беренсе тапҡыр, шуға сағыштырып әйтә алмайым, байрам сараһы өсөн көн аяҙ, матур тора. Халыҡ күп. Таныштарымды, дуҫтарымды осратырға өмөт бар.

Римма ҒӘЛИМОВА яҙып алды.

 

БЕЛЕМ КӨНӨ» иҫтә ҡалырлыҡ!
БЕЛЕМ КӨНӨ» иҫтә ҡалырлыҡ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас