Бушлай юл йөрөүҙе тәьмин итеүҙең тейешле тәртибе РФ Президентының 2024 йылдың 23 ғинуарындағы “Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында”ғы 63-сө номерлы Указына ярашлы БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы тарафынан әҙерләнелгән.
Бындай ярҙам сараһы, мохтаж булыу-булмауына ҡарамаҫтан, күп балалы ғаиләләрҙән булған мәктәп уҡыусыларының барыһына ла ҡағыла.
Социаль ярҙам саралары менән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге дөйөм белем биреү учреждениеларында 1-се кластан алып 11-се класҡа тиклем уҡыусы балалары булған күп балалы ғаиләләр файҙалана ала.
Льготаны юллау өсөн түбәндәге документтар ҡушымтаһы менән үҙегеҙ йәшәгән ҡала йәки район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк:
1) Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документтар күсермәһе;
2) күп балалы ғаиләлә (14йәшкә тиклемге балалар өсөн) бала тыуыуын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡтың күсермәләре;
3)14 йәштән өлкән баланың шәхесен раҫлаусы документтың (Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты йәки паспортты рәсмиләштереү осорона бирелгән Рәсәй Федерацияһы гражданының ваҡытлыса шәхес танытмаһы) күсермәләре;
4) республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы биргән күп балалы ғаилә таныҡлығының күсермәһе;
5) ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының шәхси иҫәп системаһында теркәлеүен раҫлаусы мәғлүмәттәр.
Билдәләп үтәйек, ташлама дөйөмләштерелмәй.
Берҙәм социаль юл йөрөү билеты сиктәрендә льготалы юл йөрөү хоҡуғына эйә булыусылар, һәм шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары был ярҙам сараһынан файҙалана алмайҙар.
Р.ЗАМАНОВА.
Фото БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте рәсми сайтынан алынды.
Рәдиф ҠЫУАТОВ, күп балалы атай:
– Балаларҙы мәктәпкә машина менән алып барһаҡ та, ҡайтҡанда йыш ҡына үҙҙәренә троллейбуста йәки автобуста ҡайтырға тура килә, унан һуң төрлө түңәрәктәргә лә йөрөйҙәр бит. Шуға күрә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн транспортта бушлай йөрөү тураһындағы закон сығыуын ишетеп шатландыҡ.
Был йәһәттән, һәр яҡтан да күп балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп, ошондай уңайлыҡтар булдырғаны өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм уның командаһына рәхмәт!