Ошо айҡанлы Стәрлетамаҡ учреждениеларында терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған саралар үтте. 32-се балалар баҡсаһында уҡытыусылар балалар менән «Терроризм һәм шәхси хәүефһеҙлек»темаһына әңгәмәләр үткәрҙе. Мәктәпкәсә йәштәге балалар терроризмдың барлыҡҡа килеү тарихы һәм иң билдәле теракттар, шул иҫәптән 2004 йылдың сентябрендә Беслан ҡалаһында булған фажиғә тураһында белде. Был ҡот осҡос фажиғәлә һәләк булғандарҙы хөрмәтләү өсөн балалар педагогтар менән берлектә «Торналар»оригамиһын эшләй. Сара аҙағында террор акттары ҡорбандарын иҫкә бер минут тынлыҡ урынлашты. Ә 34, 61, 74-се балалар баҡсаларында тәрбиәселәр балалар менән терроризм темаһына әңгәмәләр үткәрҙе. Балаларға шикле әйберҙәр табылғанда тәртип ҡағиҙәләрен аңлаталар, шулай уҡ террористик хәүеф барлыҡҡа килгәндә юғалып ҡалмаҫҡа тәртип ҡағиҙәләрен өйрәтәләр.
Бынан тыш, уҡыусылар өсөн «Беслан Граждандары» кинолекторийы һәм ОБЖ-ның Бөтә Рәсәй дәресе үткәрелә. Спорт көрәше мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр террорсылар ҡулынан һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Тренерҙар балаларға терроризмдың нимә икәнен һөйләне. Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы филиалдары терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек Көнө сиктәрендә махсус саралар программаһын әҙерләне.Шулай уҡ Стәрлетамаҡ йәштәре "Мәңгелек ут" янында "Ғүмер тамсыһы" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Билдәле булыуынса, 3 сентябрь - Бесландағы фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле. Күҙ йәштәре һаман кипмәгән.
- Бынан 20 йыл элек 1-се мәктәптә теракт һөҙөмтәһендә өс йөҙҙән ашыу кеше һәләк була, улар араһында 186 1 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар, 17 уҡытыусы була. Был көндө Бөтә Рәсәй буйынса иҫтәлекле акциялар үтә. Стәрлетамаҡ йәштәре - "Йәш гвардия", "Салауат Юлаев" йәштәрҙең хәрби әҙерлек үҙәгендә шөғөлләнеүселәр, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары һәм мәктәп уҡыусылары "Ғүмер тамсыһы" акцияһына ҡушылалар, - тинеләр акцияны ойоштороусы йәштәр лидерҙары Матвей Кириллов, Артём Баймөхәмәтов һәм Тимур Хәбиров.
Сара һуңында йәштәр террорсыларҙың ғәмәлдәренән һәләк булған ҡорбандар иҫтәлегенә "Мәңгелек ут" монументына сәскәләр һалды. Йәннәре йәннәттә тыныслыҡ тапһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.