Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь , 11:30

Кешелек планетаның төпкөлөнә үтеп инергә тейеш

 “ГеоСаҡырыу” чемпионаты сиктәрендә “Карьера көнө”  үтте. Өфөлә 2 сентябрҙә икенсе халыҡ-ара “ГеоСаҡырыу”  геологик чемпионаты старт алды. Унда 11 илдән йәмғеһе 250 студент килде.

Кешелек планетаның төпкөлөнә үтеп инергә тейеш
Кешелек планетаның төпкөлөнә үтеп инергә тейеш

Үткән йыл да Өфөлә ошондай чемпионат  үткәйне һәм улюғары баһа алғайны. Быйыл ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырға артҡан.

Чемпионатҡа Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан 15 команда һәм сит илдәрҙән 10 команда – Ҡаҙағстан, Грузия, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Үзбәкстан, Мозамбик, Гана һәм башҡа илдәрҙән килгәндәр.

Уларҙың составында урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының геологик профиль  студенттары аҙна буйына геологик семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, һәм, әлбитә, ярышасаҡ.

Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәкселеге башланғысы менән уҙғарыла.

Халыҡ-ара  “ГеоСаҡырыу” чемпионаты Өфөлә 9 сентябргә тиклем барасаҡ.

Беренсе көндөң иң мөһим сараларының береһе булып “Карьера көнө” тора. Унда Роснедра етәксеһе Евгений Петров лекция уҡыны һәм студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Роснедра етәксеһе һүҙҙәренсә, геологик разведка алдында грандиоз бурыстар тора. Асыҡ гигант ятҡылыҡтар дәүеренең аҙағына еттек, хәҙер кешелек планетаның төпкөлөнә үтеп инергә тейеш. 2030-сы йылдарға кешелеккә литий хәҙергегә ҡарағанда 22 тапҡыр күберәк кәрәк буласаҡ. Кобальт, никель һәм графит та шулай уҡ тиҫтәләгән тапҡырға күберәк кәрәк буласаҡ.

Артабан Рәсәйҙең алдынғы ер аҫты файҙаланыусылары сығыш яһаны. Улар йәштәргә файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы эҙләүҙә үҙҙәренең күләмле проекттарын, һанлы мәғлүмәт технологияларын һәм разведкалау юлдарын күрһәтте.

Р.ЗАМАНОВА.

С.ЧУДАКОВ фотолары.

Кешелек планетаның төпкөлөнә үтеп инергә тейеш
Кешелек планетаның төпкөлөнә үтеп инергә тейеш
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: