Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь , 12:05

СТӘРЛЕТАМАҠҠА ЙӘЙ АЛЫП КИЛДЕ “ТЕГЕ ӨСӘҮ”!

“Галактика” күңел асыу үҙәге йәнә ҡала халҡына байрам ойошторҙо Бына инде беҙ күптән һағынып көткән “Теге өсәү”  йәнә Гагарин паркына килде –  “Юлдаш” радиоһы ойошторған “Беҙ бергә” фестивале быйыл алтынсы тапҡыр Стәрлетамаҡта гөрләп үтте. Әйткәндәй, фестиваль бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән башланып киткәйне. Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек ошондай ярҙам алды.

СТӘРЛЕТАМАҠҠА ЙӘЙ АЛЫП КИЛДЕ “ТЕГЕ ӨСӘҮ”!
СТӘРЛЕТАМАҠҠА ЙӘЙ АЛЫП КИЛДЕ “ТЕГЕ ӨСӘҮ”!

“Йырлап-бейеп күңел асыр өсөн генә йыйылманыҡ...”

Ҡайҙарҙан ғына килмәгәндәр байрамға: Стәрлетамаҡ халҡынан тыш, күрше-тирә ауылдарҙан, район-ҡалаларҙан халыҡ күп йыйылғайны. Күптәр “Галактика” күңел асыу үҙәгенең тышҡы сәхнәһе майҙанына һыймай, хатта ситтән аяғөҫтө тороп булһа ла ҡарарға риза инеләр. Шуныһы һөйөнөслө: “Беҙ бергә” йыр-моң фестивале йылдан-йыл тамашасыны күберәк йыя, дәррәүерәк, дәртлерәк уҙғарыла бара. Һәм ул бер ҡасан да быға тиклем булған программаны яңынан ҡабатламай. Был юлы һәр эшкә маһир “Теге өсәү” –  Йәмил, Филүс, Айбулат  хатта үҙҙәре лә йырлап-бейеп барыһын да таң ҡалдырҙы!

Фестивалгә йыйылған халыҡты “Галактика” аттракциондар комплексының генераль директоры Рафаэль Мифтахов, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгенән Юрий Орда, “Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева сәләмләне. “Беҙ бөгөн уйнап-көлөп, йырлап-бейеп күңел асыр өсөн генә йыйылманыҡ, төп маҡсатыбыҙ – Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеү, бындай ярҙам егеттәребеҙгә бик кәрәк”, - тине улар бер тауыштан халыҡҡа мөрәжәғәт итеп.

– Үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе, гөр килеп торған, ҡояшлы Өфө ҡалаһынан, “Юлдаш”тың Ер шарының төрлө ҡитғаларында һибелеп йәшәүсе тыңлаусыларынан, “Юлдаш”тың ҙур татыу коллективынан ҡайнар  сәләм алып килдек, - тип өндәште  фестивалгә йыйылыусыларға яҡташыбыҙ, Күсәрбай ауылы ҡыҙы Миләүшә Ҡасим ҡыҙы. – Беҙҙең илдәге болоҡһоу ваҡиғалар ҙа яҡты, яҡшы яҡҡа күсеренә өмөт итеп килдек. – Беҙҙең илдең яҙмышы шундай –  һуғыштарһыҙ, бәрелештәрһеҙ йәшәгән мәлебеҙ ҙә юҡтыр. Әммә шул ваҡыттарҙа ла беҙ төшөнкөлөккә, өмөтһөҙлөккә бирелергә тейеш түгелбеҙ, шуның өсөн үткәрелә лә инде бына ошондай саралар. Ә бөгөнгө сарала бына һеҙҙең менән, алып барыусыларыбыҙ, артистарыбыҙ ҡала хакимиәте менән бергәләшеп изге эш башҡарырға тип килдек. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә ярҙам итергә тигән ниәт менән менән килдек  һәм уны тормошҡа ашырырбыҙ тигән ышанысыбыҙ ҙа бар”.

Яугирҙарға ярҙам

Быйылғы фестивалдең үҙенсәлеге тап  шунда – был сара, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, йырлап-бейеп күңел асыу өсөн генә түгел, ә ошо көндә илебеҙҙе яҡлап махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, кемдер ҡулаҡса менән, кемдер “Юлдаш” радиоһы сайтының махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам  итеү өсөн махсус иҫәбенә куар-код аша үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Сара барышында ҡулаҡса менән 74 088 һум, QR-код буйынса  19368 һум аҡса йыйылды. Йыйылған аҡсаны фестивалендә хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостандан егеттәренә радиоэлектрон көрәш сараларын, пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы, дрондарҙы асыҡлаусы ҡулайлама алыу өсөн ебәрәсәктәр. Әйткәндәй, QR-код  аша аҡса күсерергә әле лә һуң түгел.

“Беҙ бергә” фестиваленең иң тулҡынландырғыс, әһәмиәтле мәле – ул ошо көндә илебеҙҙе яҡлап яу ҡырында йөрөгән Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр шәхес Радик Динәхмәтовтың яу яланынан өндәшкән видеояҙмаһы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ артисы Радик Динәхмәтов әлеге ваҡытта генерал Күсимов исемендәге медицина взводында хеҙмәт итә.  Республикабыҙҙың тоғро улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға  ярҙам йөҙөнән шәхсән үҙ кеҫәһенән 3 миллион һум аҡса күсергәнен бәлки күптәр белеп тә етмәйҙер әле. Бына шундай оло йөрәкле яҡташтарыбыҙ менән ғорурланмау мөмкинме һуң?! Имен-аман ғына йөрөгөҙ инде, иҫән-һау тыуған еребеҙгә әйләнеп ҡайтырға яҙһын барығыҙға ла, ил уландары!

 

Үҙебеҙҙекеләр ҙә килде

Стәрлетамаҡ егете Ян Лира, сараның хедлайнерҙары, үҙенең ижад шишмәһенә Стәрлетамаҡтан юл алған Зәйнетдин һәм уның командаһы, шулай уҡ Стәрле ҡыҙы, моңло һандуғасыбыҙ Әлфиә Әмирханова, тәүҙә моңло йырҙары менән, аҙаҡ гармун моңдары менән әҫәрләндергән Айҙар һәм Алмас Юнысовтарға (әйткәндәй, береһе Стәрлетамаҡ кейәүе) ҡарап ултырып сыҙап буламы һуң инде?! Халыҡ шунда уҡ ҡушылып бейергә төшөп тә китте.

Ххалыҡ күңелен күптән яулаған Гөлсөм Бикбулатова, Азамат Тимеров, Венер Камалов, Гөлшат Ғайсина, Резеда Әминева,  Венера Юлгилдина, Ирек Ноғоманов, “Ант” төркөмө, Сәйет Билалов, Заһир Шәйәхмәтов, Илнур Ишембаев,Ильяс Кинйәғолов,   BABY TI һәм башҡалар (әгәр кемдеңдер исеме төшөп ҡалған булһа, ғәфү итһен)  – уларҙың һәр ҡайһыһына айырым рәхмәт әйтке килә. Фестивалде уҙғарыуҙа һәр ваҡыт ҡуш ҡуллап ярҙам итергә әҙер торған “Галактика” күңел асыу үҙәге етәкселегенә – рәхмәттең иң ҙуры!

Сара бик бай, йылы  тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шулай  уҡ, ҡунаҡтар өсөн милли  оҫталыҡ дәрестәре, биҙәүестәр йәрминкәһе, башҡорт милли кейемен кейеп ҡарау мөмкинлеге менән  сағыу фотозона ойошторолдо. Проекттың алып барыусылары “Юлдаш”  радиоһы “Галактика” аттракциондар комплексы, Гагарин паркы, “Изге эштәр донъяһы” мәҙәни-ял итеү үҙәге менән берлектә ойошторған фестиваль хәҙер күптән Стәрлетамаҡтың визит карточкаһына әйләнде тип ышаныс менән әйтә алабыҙ.

Бына шулай, көҙҙөң беренсе көнөндә Стәрлетамаҡҡа йәй килтереп, үҙҙәренең күңел йылыһы менән халыҡты дәртләндереп, барыбыҙға ла  шәп кәйеф бүләк итте  “Теге  өсәү”! Тағы килегеҙ, көтәбеҙ!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар “Галактика” күңел асыу үҙәге  рәсми сайтынан алынды.

 

Рафаэль МИФТАХОВ, “Галактика” аттракциондар комплексы директоры:

– Беҙ был проектты Башҡортостан  Башлығы гранты ярҙамында башлап ебәргәйнек. Был  проекттың идеяһы 2017 йылда уҡ барлыҡҡа килгәйне. Ул саҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары  Рәнис Алтынбаев беҙҙе Тәнзилә Үлмәҫбаева менән таныштырҙы һәм шунан беҙ “Юлдаш” радиоһы менән берлектә шундай проектты тормошҡа ашырырға тигән  ҡарарға килдек – Гагарин  паркындағы асыҡ һауала, бушлай башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивален уҙғарырға булдыҡ. Барыһы ла күреп тора: бөгөн ошо изге эш үҙ һөҙөмтәһен бирә –  йыл һайын фестиваль меңәрләгән кешенең рухын байыта, осрашыуҙарға бай булып ҡала. Быйыл иһә, яуҙағы егеттәребеҙгә лә ярҙам ойошторҙоҡ.

2022 йылда “Беҙ бергә” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондынан ярҙам алды. Ошондай пректтарға ярҙам иткәне өсөн бөтә командабыҙ исеменән Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерәбеҙ.

СТӘРЛЕТАМАҠҠА ЙӘЙ АЛЫП КИЛДЕ “ТЕГЕ ӨСӘҮ”!
СТӘРЛЕТАМАҠҠА ЙӘЙ АЛЫП КИЛДЕ “ТЕГЕ ӨСӘҮ”!
СТӘРЛЕТАМАҠҠА ЙӘЙ АЛЫП КИЛДЕ “ТЕГЕ ӨСӘҮ”!
СТӘРЛЕТАМАҠҠА ЙӘЙ АЛЫП КИЛДЕ “ТЕГЕ ӨСӘҮ”!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: