Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 13:30

Ил инәһе шулай булалыр

Туймазыла “көмөш” ирекмән, Ленинград блокадасыһы һайлауҙа тауыш биргән. Туймазыла һайлау участкаһына, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ленинград  блокадаһы ҡамауында ҡалып, әлеге ваҡытта ҡалалағы берҙән-бер иҫән ҡалған кеше Валентина Николаевна Арефьева тауыш бирергә килгән. Әле уға 89 йәш, әммә инәй әле бик теремек, зиһене яҡшы.

Ил инәһе шулай булалырИл инәһе шулай булалыр
Ил инәһе шулай булалыр

Валентина Николаевна  һайлауға төштән һуң килгән. Иртән ул сиркәүгә  – Изге Андрей ҡорамына йөрөй икән.

– Сиркәүҙәге хеҙмәттән һуң иҙәндәрҙе йыуып алдым да, шунда уҡ һайлау участкаһына йүгерҙем. Аллаға шөкөр, аяҡтарым йүгереп тора, табиптарға йөрөмәйем тиерлек, - ти көр күңелле инәй.

Башҡортостанға уларҙың ғаиләһен Ленинградты азат иткәндән һуң эвакуациялайҙар. Бер нисә ай Шаран районында йәшәгәндән һуң Туймазы районына күсерәләр. Башҡортостан күптән  уның икенсе ватанына әйләнгән.

  • Мин һәр ваҡыт һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙгә аслыҡтан һәм һыуыҡтан туңып  үлергә бирмәгән кешеләрҙе рәхмәт менән иҫкә алам. Әсәйем һөйләй торғайны, кешеләр беҙҙе килеп күрә лә, аслыҡтан талсығып, сыҡмаған йәне генә ҡалған беҙ бисараларҙы  йәлләп илайҙар, шунан шунда уҡ өйҙәрендә булған нәмәләрен – ашарға, кейем-һалып килтерә һалалар ине, тип.

Арефьева бер ҡасан да тормошҡа зарланмай. Ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла нужа һурпаһын эскән кеше, бәләкәй генә нәмәнең дә ҡәҙерен белеүсән, тигән фекрҙә ул.

Валентина Николаевна шәхси тормошонан уңған: ғаилә ҡороп, өс бала үҫтергән. Байтаҡ йылдар Туймазы ит комбинатында, аптекала кассир булып эшләгән. Әле лә ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, МХО-ла хеҙмәт итеүсе яугирҙарға пенсияһының бер өлөшөн даими биреп бара. Оло йөрәкле Ил инәһен былтыр  “Башҡортостан Республикаһының ирекмәне” тигән  почет билдәһе менән бүләкләгәндәр.

Роза САФИНА.

Ил инәһе шулай булалыр
Ил инәһе шулай булалыр
Автор:Роза Сафина
Читайте нас