Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 12:25

Телеграм аша аҡса сәлдермәкселәр

Башҡортостан башлығын һайлау көндәрендә мутлашыусылар һайлауҙан файҙаланып ҡалмаҡсы.Белгестәр алдашыуҙың яңы ысулы тураһында иҫкәртә.  

Телеграм аша аҡса сәлдермәкселәрТелеграм аша аҡса сәлдермәкселәр
Телеграм аша аҡса сәлдермәкселәр

Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы ГорОбзор.ру сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтселәр Телеграм аша эш итәләр.
Уғрылар үҙҙәрен тауыш биреүҙә боҙоуҙар тураһында мәғлүмәт йыйыусы бот тип алдап, һайлаусылар менән элемтәгә инә. Бындай каналдарҙың бар эше шул – граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен алыу һәм алдап-йолдап аҡсаһын урлау.
Алдараҡ ГорОбзор.ру Башҡортостанда һайлауҙарҙың тәүге сәғәттәре нисек үтеүе тураһында тапшырҙы.
Аҡса ҡараҡтары тиҙ генә үҙ иҫәбеңдән аҡсаңды сисеп икенсе иҫәпкә күсерергә ҡуша – әлбиттә, алдаҡсы һораған иҫәпкә. Шунан “яңынан активлаштырырға” тәҡдим итәләр. Асылы үткән схемалағы кеүек үк, әммә хәҙер һеҙҙе “Үҙәк банк”тың бер нисә хеҙмәткәре эшкәртәсәк һәм ниндәй ҙә булһа “ФСБ майоры” ҡурҡытасаҡ.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар уяу булырға, бындай провокацияларға бирешмәҫкә саҡыра.

Р.ЗАМАНОВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас