Башҡортостан Республикаһы “Экология” милли проекты сиктәрендә 2019 йыл башынан 131 берәмек урман янғынын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы, һәм шулай уҡ дөйөм суммаһы 400 миллион һумдан ашыу булған 573 ҡорамал һәм инвентарь һатып алынды.
Ағымдағы йылда “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә махсус учреждениены йыһазландырыуға – Башҡортостан Республикаһы Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенә урман янғынын һүндереү техникаһы менән урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау буйынса саралар комплексын уҙғарыу өсөн 39,4 миллион һум аҡса бүленгән.
Был аҡсаға 8 берәмек янғынын һүндереү техникаһы: янғын цистерналары, йөк автомобилдәре, тулы приводлы УАЗ автомобилдәре һәм автоприцеплы квадроциклдар, һәм шулай уҡ 10 берәмек урман янғынын һүндереү ҡорамалдары: юғары баҫымлы ҡоролмалар һәм мобиль янғын резервуарҙары һатып алынған да инде.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, алынған техника республиканың янғын һүндереү станцияларына дежурлыҡ алып барыу өсөн ебәрелгән. Был инде республикабыҙҙың йәшел байлығын һаҡлау буйынса мәсьәләләрҙе сифатлыраҡ һәм профессиональ хәл итергә форсат бирәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.