Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2024, 07:55

Башҡортостан халҡы ауыл ерен хуп күрә

Ауыл ипотекаһы алыусылар һаны буйынса Башҡортостан – илдең төбәктәре  араһында беренсе урында

Башҡортостан халҡы ауыл ерен хуп күрәБашҡортостан халҡы ауыл ерен хуп күрә
Башҡортостан халҡы ауыл ерен хуп күрә

2020 йылдың ғинуарынан алып Росреестрҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ғаризалары буйынса “ауыл ипотекаһы”нан файҙаланып 5 742 килешеү теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы илдең бөтә төбәктәре араһында был программа менән иң ҙур һорау менән файҙаланғаны  тип танылды. Шулай уҡ биш лидер иҫәбенә Удмурт Республикаһы, Омск өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Ставрополь крайы инә.

- “Ауыл ипотекаһы” республика халҡы араһында ихтыяж менән файҙаланыуын дауам итә. Башлыса был дәүләт программаһы буйынса икенсел баҙарҙағы күсемһеҙ милек һәм ер участкаһы менән торлаҡ йорттар һатып алына. “Ауыл ипотекаһы” буйынса төҙөлгән торлаҡ бик һирәк һатып алына. Беҙҙең ведомство дәүләт программаһы буйынса ипотеканы теркәү процесын оптималләштереүгә ҙур иғтибар бүлә, бындай килешеүҙәр бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  ҡарала – 24 сәғәттән дә күп түгел. Бынан тыш, беҙ ғариза биреүселәргә һәр яҡлап консультация ярҙамы күрһәтәбеҙ, - тип һөйләне Росреестр идаралығының Башҡортостан буйынса етәксеһе Петр Клец. 

Ведомство етәксеһенең һүҙҙәренсә, был дәүләт программаһы буйынса төп заемсылар ҡала ситенән күсемһеҙ милек һатып алыусы  ҡалала йәшәүселәр булды һәм әле лә шулай. Заемсыларҙы түбән процент ставкаһы, шулай уҡ ҡала ситендә торлаҡ хаҡының  түбәнерәк булыуы йәлеп итә.

 Башҡортостан Росреестры мәғлүмәттәре буйынса,  “ауыл ипотекаһы”нан файҙаланып торлаҡ һатып алыусылар – күбеһенсә  Иглин, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондарында. Уларҙың барыһы ла программаны ғәмәлгә ашырыуға инә һәм үҙәккә  яҡын ғына урынлашҡандар, шулай уҡ транспорт һәм социаль инфраструктуралары бар.

2024 йыл башынан Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 400-ҙән ашыу кеше “ауыл ипотекаһы” сиктәрендә һатып алыу-һатыу килешеүҙәре нигеҙендә торлаҡ биналарына үҙ хоҡуҡтарын теркәгән. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “ауыл ипотекаһы” “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһының төп сараларының береһе булып тора. Программа ярҙамында граждандар льготалы ставка аҫтында ер участкаһы һатып алыу, яңы төҙөлгән йорттан фатир алыу,  әҙер шәхси йорт һатып алыу  өсөн һәм булған участкала торлаҡ  төҙөүгә йылына 0,1-3 процентҡа тиклем кредит  ала ала.

Тәүге иғәнә – 10 процент. Максималь срок – 25 йыл, беҙҙең төбәк өсөн кредит суммаһы – 3 миллион һумдан ашыу түгел.

Дәүләт тарафынан финансланған торлаҡ кредитлауы программаһы ғәмәлдә булған бөтә ваҡыт эсендә ил күләмендә йәмғеһе 93 225 ауыл ипотекаһы теркәлгән. Был  программа Волга буйы  (32 487 ипотека), Үҙәк (16 041) һәм Себер (15 268) федераль округтарында ҙур популярлыҡ яуланы.

Роза САФИНА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас