- Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө үҫешен дәртләндереү федераль программаһы эшләй башлағандан алып республикала 19 юл төҙөлдө һәм тергеҙелде. Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамала төҙөлөп ятҡан торлаҡ биҫтәләрендә квартал-ара һәм квартал эсендә туҡталыш павильондары менән яҡтыртылған юлдар, инеү юлдары, дөйөм ҡала тәғәйенләнешендәге урамдар булдырылды. Биш йыл эсендә төҙөлгән яңы урамдар һәм юлдар 2,5 млн кв. метр торлаҡ төҙөү өсөн стимул булып тора, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
Башҡортостанда биш йыл эсендә “Стимул” программаһы буйынса 24 юл, инженер һәм социаль инфраструктураһы объекты: юлдар, линиялы инженер инфраструктураһы объекттары, мәктәп, энергия үҙәге төҙөлдө.
Белешмә өсөн: “Стимул” программаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты “Торлаҡ” федераль проектының бер өлөшө булып тора. Ул социаль, транспорт һәм инженер инфраструктура объекттарын ҡулланыу, автомобиль юлдарын, мәктәптәр, балалар баҡсаларын төҙөү, әм шулай уҡ яңы биҫтәләргә инженер коммуникацияларын үткәреү мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Программа федераль, республика һәм урындағы бюджет менән берлектә финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла.
Р.ЗАМАНОВА.
Артем урамын сағылдырған фото социаль селтәрҙән алынды.