Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2024, 15:00

“Йөҙ йәшемә лә килергә онотмағыҙ!..”

Бына, ниһайәт, һайлау участкалары ябылды. Һайлаусылар төрлө йәштәге, төрлө дингә, милләткә ҡараған кешеләр булды. Уларҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрифулла Фәйзуллин Ишембай районы Ибрай ауылы егете. Һуғыш башланғанда уға ун дүрт йәш була. Һуғыштың тәүге көндәренән үк Ибрай ауылындағы бөтә ир-ат менән бергә атаһы Сәйфулланы  ла һуғышҡа  алалар, ә бер йылдан хәрби госпиаталдән үлем хәбәре килә... Донъя йөгө ғаиләләге баш бала Шәрифуллаға ҡала, биш бала менән тол ҡалған әсәһенә ҙур таяныс була ул. 1944 йыл. Һуғыштың иң ҡыҙған мәле. Мыйыҡ аҫты кибеп тә етмәгән үҫмерҙәр ҡулдарына ҡорал алып  яуға китә. Улар араһында  17 йәшлек кенә Шәрифулла ла була...

“Йөҙ йәшемә лә килергә онотмағыҙ!..”“Йөҙ йәшемә лә килергә онотмағыҙ!..”
“Йөҙ йәшемә лә килергә онотмағыҙ!..”

Шәрифулла Фәйзуллин 3-сө Белоруссия фронтында хеҙмәт итә. Һуғыш бөткәс ул саҡтағы Кенигсберг ҡалаһын (хәҙерге Калининград) тергеҙеүҙә ҡатнаша. Яу яралары алып, сынығып, һигеҙ йыл үткәс кенә  тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була һалдатҡа. Ҡайтҡас ауылдарындағы күрше ҡыҙы Гөлбикәгә өйләнеп, йәштәр Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Шәрифулла юл ремонт-төҙөлөш идаралығына шофер булып эшкә урынлаша, ә Гөлбикәһе сауҙа эшендә эшләй. Бына шулай улар икеһе лә ғүмер буйы бер генә эшкә тоғро ҡала. Шәрифулла Сәйфулла улы пенсияға сыҡҡандан һуң да һигеҙ йыл шофер булып эшләүен дауам итә. Әйткәндәй, ул һуғышта ла шофер булған. Гөлбикә менән Шәрифулла Фәйзуллиндар дүрт ҡыҙ: Гөлсирә, Римма, Рәйсә, Гүзәл һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Үкенескә ҡаршы, улдары Нурулла  фажиғәле һәләк була. Бала ҡайғыһын күтәрә алмай, артынан әсәләре лә үлеп китә. Нәҡ бөгөн Гөлбикә апайҙың  баҡыйлыҡҡа күсеүенә ун ете йыл булған икән – хәйер-доғалар менән иҫкә алып ултырыуҙары. Был тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмай, тигәндәре шулдыр, күрәһең...

Тәү ҡарашҡа бик етди генә күренһә лә,  Шәрифулла ағай йор һүҙле, көр күңелле кеше икән. Түше тулы миҙалдары тағылған костюмын кейгәс: “Бөтә миҙалдарҙы ла тағып бөтөп булмай, күбеһе сумаҙанда ята”, -  тип шаяртып ҡуйҙы.  

Әйткәндәй, ошо йәштә лә үҙаллы, зиһенле, теремек  булыуы менән дә  һоҡландыра хөрмәтле  уҙаман.  Быйыл яҙғыһын 660-сы һайлау участкаһына үҙе барып тауыш биргән ул. Тәнде яҙҙырыу өсөн күнекмәләр эшләргә лә онотмай – көн һайын үҙе йәшәгән 9-сы ҡаттан беренсе ҡатҡа йәйәү төшөп менә икән. “Атайыбыҙ таҙалыҡты, тәртипте ярата, әлегәсә үҙенең ойоҡтарын, ҡулъяулығын, эске кейемдәрен үҙе йыуа”, - ти ҡыҙҙары.

Ошондай матур осрашыуҙан күңеле күтәрелде ветерандың: “Йөҙ йәшемә лә килергә онотмағыҙ, йәме” тип  ҡалды яугир уйынлы-ысынлы. Шулай ғына була күрһен, илебеҙ имен булып, иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға яҙһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Автор фотолары һәм видеояҙмаһы.


“Йөҙ йәшемә лә килергә онотмағыҙ!..”
“Йөҙ йәшемә лә килергә онотмағыҙ!..”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас