Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2024, 07:40

Ғаиләләргә – иллегә яҡын социаль ярҙам

Башҡортостанда балалы ғаиләләр 50-гә яҡын социаль ярҙам төрө менән файҙалана ала.

Ғаиләләргә – иллегә яҡын социаль ярҙамҒаиләләргә – иллегә яҡын социаль ярҙам
Ғаиләләргә – иллегә яҡын социаль ярҙам

Өс йәки унан күберәк балалы ғаиләләр өлкән балаһы бәлиғ булғандан һуң да күп балалы ғаилә статусын юғалтмай.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Башҡортостан”  телеканалының “Өфө ваҡыты” программаһында балалы ғаиләләргә яңы ярҙам саралары тураһында һөйләне.

Яңы уҡыу йылы башынан Башҡортостанда шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы индерелде – ҡала йәмәғәт транспортында уҡыусыларҙы бушлай йөрөтөү.

Шулай уҡ уҡыу йылы эсендә  республиканың  19 ҡалаһы уҡыусылары йәмәғәт транспортында айына  44 тапҡыр бушлай  йөрөй аласаҡ.

Р.ЗАМАНОВА.

Фото БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас