Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2024, 13:25

Аралашып йәшәүгә ни етә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрендә һәр саҡ ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына предприятиеларға йөрөп, етәкселәр, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре хеҙмәткәрҙәр вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреүҙе талап итә. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһында республика етәксеһе талабы тулыһынса үтәлә.

Аралашып йәшәүгә ни етә?Аралашып йәшәүгә ни етә?
Аралашып йәшәүгә ни етә?

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, мәҫәлән, төрлө предприятиеларҙа ҡала халҡы вәкилдәре, хеҙмәт коллективтары менән осрашып тора. Улай ғына ла түгел, көн ҡаҙығына булған мәсьәләләр – иғтибар үҙәгендә. Сәҫәлән, Артëм урамында газ шартлаған 150-се йортта йәшәүселәр менән дә һәр саҡ бәйләнештә, осрашып, 1-се подъездағы ремонт барышын, газ хеҙмәте эштәрен тикшерә.

Был йорттоң подъезын “УралСтройГрупп” компанияһы  ремонтлай. Барыһы ла билдәләнгән графикка ярашлы башҡарыла. Бөгөнгә баҫҡысты нығытыу һәм металл конструкциялар өсөн нигеҙ әҙерләү буйынса  эштәр тамамланды. Икенсе ҡатта фатирҙар араһындағы стеналарҙы нығыта башлағандар. Ремонт эштәре октябрь уртаһына тиклем тамамланырға тейеш. Ул саҡта инде бөтә башҡарылған эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләшер өсөн йәнә бер  осрашыу үткәрәсәкбеҙ, тине ҡала етәксеһе сираттағы оператив кәңәшмәлә.

 “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ филиалы директорына ла хеҙмәтләндереү сифаты буйынса күп һорауҙар  бар. Улар барыһы ла махсус контролгә алынасаҡ, – тине ҡала етәксеһе. –  Шулай уҡ Олег Александрович Бойцовтан фатирҙарҙа пландан тыш  техник хеҙмәтләндереү уҙғарыуҙы һораным.

Ҡала предприятиелары директорҙарының сираттағы Советында ҡабул итеүсе яҡ булып нәҡ “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы торҙо. Предприятиеның эше тураһында  уның етәксеһе Олег Александрович Бойцов һөйләне. Атап әйткәндә, инвестиция проекттары, йорттарҙы газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу программаһы тураһында һүҙ барҙы. Фекер алышыуҙар, теге йәки был мәсьәлә буйынса иң оптималь хәл итеү юлын эҙләү – бындай осрашыуҙарҙың төп өлөшө шулар. Һәм ул һәр ваҡыт иң һөҙөмтәлеһе була.

“Миҫал өсөн, беҙ әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған һәм уларға үҙгәрештәр индерергә әҙер булған бер нисә ҡала проектын ҡайтанан ҡарарға булдыҡ. Стәрлетамаҡ предприятиелары етәкселәре, ҡаланың халҡы һәм хеҙмәт коллективтары вәкилдәре кеүек үк, һәр ваҡыт ундай мәсьәләләрҙе тикшереүгә әүҙем ҡарайҙар һәм тәҡдимдәр индерәләр”, - тип белдерҙе был ултырыш хаҡында Рөстәм Фәрит улы.

Мәғлүмәт осрашыуҙары дауам итә һәм күптән түгел Рөстәм Ғәзизов сираттағы хеҙмәт коллективы менән – “Башпласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән аралашты.

Был предприятие йылдан-йыл производство күләмдәрен арттыра бара, үҙ продукцияһын тәьмин итеү географияһын даими киңәйтә, үҙ лабораторияһы һәм ҡеүәтле транспорт-логистика үҙәге бар. Был динамик үҫешкән, юғары технологиялы компанияның сағыу миҫалы.

Башпласт хеҙмәткәрҙәрен медицина хеҙмәтләндереүе, спорт секциялары һәм йәмәғәт транспорты эше, инженер инфраструктураһын ремонтлау һәм  башҡа темаға һорауҙар ҡыҙыҡһындыра. Ваҡыт талап иткән һорауҙарға яуаптар менән һуңғараҡ, уларҙы ентекләп анализлағандан һуң әйләнеп ҡайтырбыҙ – теге йәки был осраҡта нимәләр эшләргә һәм ниндәй сроктарҙа. Осрашыу  “Башпласт” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре һәм предприятие етәксеһе Василий Иванович Космынинға “Сауҙагәр 2.0” фестивален уҙғарыуҙы ойошторған өсөн ведомство наградалары тапшырыу менән тамамланды.

Иң мөһиме, предприятиеларҙағы, алыҫ биҫтәләрҙәге осрашыуҙар артабан да дауам итәсәк! Уларҙа стәрлетамаҡтарҙы борсоған ниндәй һорауҙар һәм уларға ниндәй яуаптар яңғырар – киләһе яҙмаларҙа.

 Рөстәм ҒӘЗИЗОВ, ҡала хакимиәте башлығы:

– Хеҙмәткәрҙәр, алыҫ биҫтәләрҙәге халыҡ менән күбеһенсә рәсми булмағанса, ихлас аралашырға тырышам. Был алым улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, улар борсоған һорауҙарҙы асыҡларға ярҙам итә. Традицион рәүештә тәүҙә ҡалала нимәләр булғаны тураһында һөйләйем, аҙаҡ һорауҙарға яуап бирәм. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға бик мәғәнәле һөйләшеү өсөн рәхмәт!

Бындай алым республиканы Радий Фәрит улы Хәбиров етәкләй башлағас нығынды һәм аралашып йәшәүгә ни етә тигәндәй, ошондай осрашыуҙарҙа бихисап проблемаларҙы кешеләрҙең үҙҙәренән ишетәбеҙ, был проблеманы төплө итеп хәл итергә ярҙам булып тора.

Р.УСМАНОВА.

Фотолар ҡала хакимиәте башлығы Р.Ғәзизовтың сәхифәһенән алынды.

Аралашып йәшәүгә ни етә?
Аралашып йәшәүгә ни етә?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас