Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2024, 13:39

ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ

“Башҡоростанда күп кеше ҡатнашлығындағы спорт төрҙәрен үҫтерергә кәрәк”, – тигән бурыс ҡуя Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.  Стәрлетамаҡта үткән  ярыммарафонда Рәсәйҙең  55 ҡалаһынан – Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Новосибирск, Воронеж, Һамар, Түбәнге Новгород, Барнаул, Губаха, Якутск, Ырымбур, Пермь, Саранск, Нижневартовск, Курск, Салауат, Бөрө, Нефтекама һәм башҡа ҡалаларҙан йәмғеһе 1700 кеше ҡатнашты.

ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ

...Көҙҙөң йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт бирер аяҙ бер көнө! Ленин проспекты буйлап техника йөрөмәһә лә, урам шау-гөр килеп тора. Спортсылар, ойоштороусылар, көйәрмәндәр, ҡунаҡтар – меңәрләгән кеше геү килә. Кемдер стартҡа әҙерләнә, кемдер дәртләндерә, кемдер номер артынан йүгерә. Һәммәһенең рухы күтәренке, кәйефе көр күренә. Бына старт командаһы бирелә һәм меңдән ашыу ҡатнашыусы уҡтай атылып финишҡа табан йүгерә... Бына шундай сағыу динамика менән иҫтә ҡалды Башҡорт сода компанияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте менән берлектә үткәргән “Росхимзабег” сараһы. Бында, әлбиттә, бына БСК әҙерләгән шәп бүләк артынан йүгерҙеләр тип тә өҫтәргә булыр ине – әммә был төптө хата, сөнки йүгеректәр бүләккә ҡарағанда, тәү сиратта, аралашырға, үҙ рекордтарын яҡшыртырға һәм спорт һөйөүсе икәнен иҫбатларға килгәйне.

Старт алдынан стандарт процедуралар уҙғарылды: номерҙар һәм старт пакеттары бирелде, алдынғы спортсылар менән күнегеүҙәр уҙғарылды, һәм, әлбиттә, хөрмәтле ҡунаҡтарҙың сәләмләү  һүҙҙәре яңғыраны.

– Ҡәҙерле дуҫтар, бөтә ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға, ошо ярыммарафонда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла шәп старт һәм еңел финиш, яҡшы кәйеф һәм сағыу тәьҫораттар теләйем! – тип өндәште спорт байрамына йыйылған ғәм халыҡҡа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Ярыммарафондың абруйлы ҡунағы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар һәм яҡшы һөҙөмтәләр теләне. Әйткәндәй, Максим Васильевич үҙе лә стартҡа сығып 10 километр араны йүгереп үтте. “БСК” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Эдуард Давыдов иһә Стәрлетамаҡта ярыммарафондар уҙғарыу тарихы тураһында һөйләне.

Башҡорт сода компанияһы һәм “Росхим” йәмғиәттәре  ҡалалағы бик күп сараларҙы уҙғарыуҙа партнёр булып сығыш яһайҙар, ярыммарафон – шуларҙың береһе. Ул хәйриә характерындағы сара һәм бөтә йыйылған аҡсалар социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
Был көндө төп сәхнәлә һәм төп майҙанда фотозоналар, балалар өсөн майҙансыҡтар, гастрозона эшләне, саҡырылған һәм урындағы музыкаль төркөмдәр һәм артистар сығыш яһаны. Шуға ла дистанцияла старттар араһындағы тәнәфес ваҡытында һәр кемгә үҙенә оҡшаған шөғөлдө табып йәнгә ял  алырға була ине.

Беренсе старт иң оҙон дистанцияға –  21,1 км араға бирелде. Унан ҡала саҡ ҡына һуңыраҡ 5 һәм 10 км, аҙағыраҡ 2 км араны йүгереп үттеләр. Финишҡа еткәндәргә  волонтёрҙар миҙалдар тапшырып, банан менән шешәлә һыу биреп торҙо.

Ярышта балалар ҙа ҡатнашты, кескәйҙәр иһә  50, 100 һәм 200 метрлыҡ дистанцияны йүгереп үтте.

Ярыштарҙан һуң традиция буйынса бүләкләү тантанаһы булды. Еңеүселәрҙе һәм призëрҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев менән “БСК” акционерҙар йәмғиәтенең  йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры  Сергей Лобастов бүләкләне.

Алексей Попов һәм Александра Морозова 21,1 км дистанцияла еңеүселәр булды. 10 км дистанцияла – Евгений Кунц менән  Светлана Аплачкина,  Алексей Анисимов һәм Ульяна Андреева 5 км араны йүгереп үтеүҙә еңеүселәр тип табылды.

Ҡалабыҙ күптән спорт үҙәге тигән дан алған – быны стәрлетамаҡтар әлеге сарала йәнә бер тапҡыр иҫбатланы!

Һүҙ еңеүселәргә:

Алексей ПОПОВ:

– Бындай сара булыуын белгәс тә етди әҙерләндем, сөнки еңеүгә иҫәп тота инем һәм хыялым тормошҡа ашты. Ошондай шәп ярыммарофон ойошторыусыларға ҙур рәхмәт, был ярыш ҡына түгел, аралашыу урыны ла булып тора. Республика етәкселеге, ҡала, БСК етәкселеге бындай ярыштарҙы үткәреүгә һәр саҡ ҙур иғтибар бирә, минеңсә.

Йүгеректәрҙе Роза САФИНА күҙәтте.

Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.

ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
ШӘП ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ ЙЫЙҘЫ СТӘРЛЕТАМАҠ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас