Был хаҡта Благовещен районы хакимиәт башлығы Анна Карабанова “Бәйләнештә” төркөмөндә яҙа.
Вәхит Вәлиев ҡатыны Ирина Вервельская менән 29 бала тәрбиәләй. Тәрбиәгә балалар алыусы был өлгөлө ғаилә 2021 йылда “Ата-әсә ҡаһарманлығы” наградаһына лайыҡ булған. Уны Башҡортостанда йәмғиәттә танылыу яулаған ғаилә парҙарына бирәләр.
“Ғаилә башлығы Вәхит Вәлиев Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ҡарар итте. Уға 57 йәш, бындай ҡарарға килеү уның күп һанлы ғаиләһенә еңел бирелмәне, әммә ул патриотизм һәм гражданлыҡ бурысы тойғоһонан сығып ошондай ҡарар ҡабул итте, - тип хәбәр итә район етәксеһе.
Ир үҙе был ҡарарын ил яҙмышынан ситтә ҡала алмайым тип аңлатҡан. Күп балалы атай әйтеүенсә, әлеге ваҡытта уның ике улы махсус хәрби операция зонаһында.
Яңыраҡ Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев махсус хәрби операцияһы биләмәһенә хәрби хеҙмәткә юлланғайны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның был ҡарарын тәрән ихтирамға лайыҡ тип билдәләне.
“Азамат Мырҙағәле улына ҙур рәхмәт. Ябай булмаған ҡарар, әлбиттә. Әйткәндәй, ул бер үҙе генә бындай ҡарар ҡабул итмәгән. Уның менән Сибай һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Ринат Фәнил улы Зәбиров, Сибай ҡалаһы советы депутаты Әхәт Әхмәт улы Аҫылбаев, "Башмедь” компанияһы водителе Рәмил Мөхәмәтғәле улы Илбулов та юлланды. Беҙ уларға рәхмәт әйтәбеҙ. Илебеҙҙең иң мөһим киләсәге махсус хәрби операцияла хәл ителеүен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Хәйерле сәғәттә! Имен-аман йөрөп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, ил улдары!
Р.УСМАНОВА.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратып белешә ала: 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).