Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2024, 13:20

Буласаҡ әсәләр байрам итте

Стәрлетамаҡтағы 1-се клиник дауаханалағы перинаталь үҙәктә йөклө ҡатындар өсөн “Әсәлек ноталары” тип аталған байрам булды. Пациенттар өсөн был үҙенсәлекле сараны 1-се дауахана етәкселеге ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте менән берлектә ойошторҙо.

Буласаҡ әсәләр байрам иттеБуласаҡ әсәләр байрам итте
Буласаҡ әсәләр байрам итте

Байрам перинаталь үҙәк бинаһы алдындағы аллеяла уҙғарылды. Буласаҡ әсәләр тышта, саф һауала йылы ҡояш нурҙарына наҙланып кинәнес алды, әсәлек буйынса белемдәрен камиллаштырҙы. Улар көмөш ирекмән Наталия Дубовицкаяның “Йөрәктән йөрәккә” тип аталған ирекле отряды ойошторған  әйлән-бәйлән уйнаусы ҡурсаҡтар  яһау буйынса оҫталыҡ дәресендә ҙур теләк менән ҡатнашты. Юлия Карпенко һәм Зарина Кошелеваның ижади оҫтаханаһынан акварель буяуҙар һәм ялтырауыҡтар ярҙамында открыткалар яһарға өйрәнделәр.
Ишембай рәссамы Рөстәм Валиевтың киндер туҡымаға буласаҡ әсә һүрәтен төшөргәнен күҙәттеләр, автор был картинаһын перинаталь үҙәккә бүләк итергә уйлай. Стәрлетамаҡ медицина колледжы студенттары Аделина Сәйфетдинова менән Софья Саввиди ҡурсаҡтар ярҙамында яңы тыуған сабыйҙы нисек итеп дөрөҫ итеп йүргәкләргә өйрәтте, ә акушер һәм перинаталь психолог Зөлфирә Ямалетдинова ауырлы ҡатындарға баланы нисек итеп ҡулда тоторға өйрәтте.

Байрамға килгән буласаҡ әсәләр һәм бәләкәй балалы ҡатындар өсөн “Феникс” вокал студияһы артистары сығыш яһаны. Йөклө ҡатындар фитнес-инструктор Алеся менән бергәләп зарядка яһаны. Ул шулай уҡ уларға  арҡа, быуындар, аяҡтар өсөн бер нисә күнегеү һәм махсус йога-комплекс күрһәтте.

Йөклө ҡатындар һәм йәш балалы әсәләр өсөн “Тәмле өҫтәл”дән ауыҙ итеп алырға  ла мөмкин булды был сарала.

“Перспектива” өҫтәмә белем биреү үҙәге белгестәре иһә декрет ялы ваҡытында ниндәй һөнәрҙәргә уҡырға мөмкин – шул турала һөйләне.

– Бындай саралар беҙҙә беренсе тапҡыр үткәрелмәй, - ти 1-се клиник дауахананың баш табибы Илшат Яппаров. –  Сөнки әсәлек һәм балалыҡ темаһы беҙҙең ҡалала һәм республикала иң көнүҙәк темаларҙың береһе булып ҡала. Йөклө булыу – ул бик яҡшы. Буласаҡ әсәләргә бөгөн йәндәренә ял алыу, ыңғай хис-тойғолар алыу һәм үҙҙәрен  кәрәкле итеп тойоу өсөн мөмкинлектәр бар.

Ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Альбина Бикмәтова “Әсәлек ноталары” – ул социаль проект, былар барыһы ла  партнерҙар,  эшҡыуарҙар һәм әүҙем ҡала халҡы инициативаһы, тип билдәләне.
“Беҙҙең республикала демография һәм бала табыу проблемаларына дәүләт кимәлендә айырым иғтибар бирелә. Тиҙҙән әсә буласаҡ ауырлы ҡатындар балаһын имен генә тапһын өсөн иғтибар бүлергә һәм балаһын тапҡансы ҡарап йөрөтөргә кәрәк, тыныс декрет ялы, уңайлы балалар баҡсаһы һәм ғаилә статусын иҫәпкә алып льготалы ташламалар тураһында хәстәрләргә кәрәк, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында. – Был мәсьәләләрҙе хәл итеү дөйөм алғанда бөтәһенә лә кәрәкле һөҙөмтә килтерәсәк – демография яҡшырасаҡ һәм ғаиләләрҙә шат тауыштар яңғырап торасаҡ. Тыуым һәм, тимәк, күп балалы ғаилә – илебеҙҙең, милләтебеҙҙең йәшәү нигеҙе.

Р.ЗАМАНОВА.

Буласаҡ әсәләр байрам итте
Буласаҡ әсәләр байрам итте
Буласаҡ әсәләр байрам итте
Буласаҡ әсәләр байрам итте
Буласаҡ әсәләр байрам итте
Автор:Роза Сафина
Читайте нас