Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь , 16:35

Яңыртылған состав эш башланы

Стәрлетамаҡта VI саҡырылыш ҡала Советының беренсе ултырышы булды

Яңыртылған состав эш башланы
Яңыртылған состав эш башланы

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы VI саҡырылыш ҡала Советы үҙенең эшен башланы. Һайлауҙарҙан һуң  яңыртылған составтағы беренсе ултырышта Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Евгений Сизов, хакимиәт башлығын һайлау буйынса конкурс комиссияһы ағзалары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса  комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов, БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм   экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эксперт  идаралығы  начальнигы Сергей Путенихин,  Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең  Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыш башында Стәрлетамаҡ ҡалаһы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Евгений Сизов ҡала Советына һайлау йомғаҡтары тураһында бәйән итте.
25 депутаттың 13-ө берҙәм һайлау округы буйынса һайланды, 12-һе – бер мандатлы һайлау округтары буйынса. Советта бөтә төп сәйәси партиялар ҙа күрһәтелде.

Ултырыш барышында  яңы һайланған депутаттарға таныҡлыҡтар һәм күкрәккә тағыла торған билдәләр тапшырылды. Депутаттар бер тауыштан Совет рәйесе итеп  Сыров Игорь Анатольевичты һайланы.

 Сыров Игорь Анатольевич утыҙ йылдан ашыу юғары һөнәри белем биреү өлкәһендә эшләй, Өфө фән һәм техноогиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалын етәкләй. Игорь Анатольевич ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, фән докторы. Ул ҡала Советының 5-се саҡырылыш депутаты булды. Рәйес урынбаҫары итеп Бойков Сергей Валерьевич тәғәйенләнде.
Сергей Валерьевич ҡала Советының 4-се һәм 5-се саҡырылыштары депутаты булды, 15 йылдан ашыу Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһын етәкләй, медицина фәндәре кандидаты. Сергей Валерьевич актив гражданлыҡ позицияһын биләй, ҡала проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. 

Шулай уҡ даими депутат комиссиялары рәйестәре лә һайланды: 

Бюджет, иҡтисади үҫеш,  милек, ерҙе файҙаланыу, инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса Совет комиссияһын Елена Сәфәрғәлиева етәкләй;
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, ҡала инфраструктураһы үҫеше, һәм ҡала төҙөлөшө буйынса

Советты – Александр Бабнищев; 
сәнәғәт  транспорт, элемтә, экология, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса Совет  комиссияһын – Олег Хөрмәтуллин;
социаль һәм йәштәр сәйәсәте, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт һәм киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса Совет комиссияһын Илшат Яппаров;
 Совет Регламентын, депутат статусын һәм этикаһын үтәү буйынса комиссияны Лидия Агаева етәкләйәсәк. 

Көн тәртибендәге мәсьәләләрҙең береһе булып хакимиәт башлығының вәкәләттәрен туҡтатыу тураһындағы мәсьәлә торҙо. Был ҡануниәттә ҡаралған идара итеүҙең асыҡлығын һәм демократиклығын тәьмин итеүсе стандарт процедура. Конкурс процедураларын үткәреү ваҡытына Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Эмиль Шәймәрҙәновҡа йөкмәтелде.

Депутаттар Стәрлетамаҡ ҡалаһы  ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә һәм конкурс комиссияһы ағзаларына конкурс уҙғарыу тураһындағы мәсьәләне ҡараны. Конкурс комиссияһы  ағзаларының яртыһын Совет тәғәйенләй, ә икенсе яртыһын  – Башҡортостан Республикаһы Башлығы. 
Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов VI саҡырылыш ҡала Советы депутаттарының яңыртылған составын   ҡотлап, эштәрендә уңыштар теләне: 

- Хөрмәтле депутаттар, яңы саҡырылыш тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләр, ҡаланың тотороҡло үҫешенә йүнәлтелгән яңы идеялар һәм проекттар тәҡдим итер тип ышанам. Инициативағыҙ һәм Стәрлетамаҡ халҡына хеҙмәт итергә әҙер тороуығыҙ өсөн рәхмәт. 

Роза САФИНА.

Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.


 

Яңыртылған состав эш башланы
Яңыртылған состав эш башланы
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: