Көҙ – муллыҡ миҙгеле. Шөкөр, быйыл да баҡсаларҙа үҫтерелгән йәшелсә-емеш ныҡ уңды. Һәр йылдағыса, был юлы ла “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайы алдындағы майҙан иртәнге сәғәт 10-дан алып көндөҙгө 3-кә тиклем муллыҡ йәрминкәһенән гөрләп торҙо.
Был көндө Стәрлетамаҡ, Ғафури, Әлшәй, Ауырығазы, Миәкә, Стәрлебаш райондарының 300-ҙән ашыу ауыл хужалыҡтары, ойошмалар, предприятиелар, крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтар, баҡсаһынан мул уңыш алған уңғандар үҙҙәренең ауыл хужалығы продукцияларын һатыуға сығарҙы.
Нимәләр генә юҡ ине унда: ит, май, бал, йәшелсә, еләк-емеш, үҫентеләр, бал һәм башҡа менән дә сауҙа иттеләр. Кемдер тоҡлап һуған, кишер, картуф алды. Бер рәттә теҙелешеп кемуҙарҙан бал һаталар. Йәнең теләгәнен һайлап ал ғына! Әйткәндәй, быйыл бал былтырғыға ҡарағанда ҡыйбатыраҡ. Мәҫәлән, Бөрйән балының өс литрлы банкаһы (йүкә балы) 4 мең 200 һум, ә солоҡ балына 7 мең һум һорайҙар.
Йәрминкә алып-һатыу урыны ғына түгел, бында ҡалабыҙҙың ижад коллективтары ойошторған концертты ла ҡарарға мөмкин ине. Күңел асыу, таныштарың менән аралашыу урыны ла ул йәрминкә.
Унда шулай уҡ гастрозона һәм көҙгө фотозона ла эшләне.
Көҙгө муллыҡ йәрминкәләре “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайы (муниципаль автоном учреждениеһы алдындағы майҙанда (Коммунистик урамы, 101) 28 сентябрҙә, 5, 12 октябрҙә үтәсәк.
Бынан тыш, йәрминкәләр аҙна һайын һәр шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем Стәрлетамаҡ район-ара базаһы биләмәһендә лә (Хоҙайбирҙин урамы, 85) буласаҡ.
Әйткәндәй, йәрминкәләрҙә сауҙа итеү бушлай.
Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлеге баш белгесе Федорова Эльвира Фаил ҡыҙына мөрәжәғәт итергә мөмкин, тел. (3473) 24-42-57.
“Бында өҫтәмә хаҡтар юҡ – һатып алыусы етештереүсе менән туранан тура бәйләнешкә инә. Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә алыпһатарҙар булырға тейеш түгел, быны беҙ ныҡлы контролдә тотасаҡбыҙ, - тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер сығышында.
Йәрминкәлә хаҡтар бик үк арзан булмаһа ла, экологик таҙа продукцияға күп халыҡ өҫтөнлөк бирә. продукция Ауыл хужалығы етештергән аҙыҡ-түлек сифатлы ла, экологик яҡтан да таҙа, шуға ла йәрминкәләргә халыҡ ҙур теләк менән йөрөй.
Р.ЗАМАНОВА.
Фотолар ҡала хакимиәте рәсми сайтынан алынды.