Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь , 17:10

ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА

“ZOV сердца” ойошмаһы фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр әҙерләй Стәрлетамаҡтың Иҫке ҡала биҫтәһендә Салауат майҙаны янында иҫке генә бер йорт бар. Унда (Хоҙайбирҙин урамы, 17-се йорт)  “Европа +” радиостанцияһы урынлашҡан. Тик бөгөнгө һүҙем ул турала түгел. Унда хәҙер ошо радиостанцияның етәксеһе Елена Езус менән менеджеры Гөлнара Әмирова “Йөрәк ҡушыуы” (“ZOV сердца”)  фронтҡа ярҙам халыҡ берләшмәһе ойошторған һәм ул бөгөн гөрләтеп эшләй.

ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА

Ойошма үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән

Был тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килгән, үҙенән-үҙе ойошторолған берләшмәләге кешеләрҙе тик бер маҡсат – фронтҡа, беҙҙең яҡлаусыларыбыҙға, Тыуған илгә фиҙаҡәр, эскерһеҙ ярҙам берләштерә.

– 2023 йылдың ғинуарында окоп шәмдәрен тултырыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҙур булмаған компания менән беренсе тапҡыр осрашҡанда беҙ бар яҡтан да килгән ҙур бер берләшмәгә әүерелербеҙ, беҙҙең эшмәкәрлек шул тиклем киң ҡолас алыр тип уйламай ҙа инек, – тип һөйләп китте берләшмәне ойоштороусы координаторҙар бер тауыштан. –  Ә бер-ике айҙан һуң беҙгә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, Стәрлетамаҡ районынан ғына түгел, ә респубиканың башҡа ҡалаларынан да теләктәштәр килеп ҡушыла башланы.

– Хәҙер инде беҙ яйлап ҡына эштең айышына төшөнә барабыҙ –  фронт өсөн маскировкалау селтәрҙәре, нашлемниктар үреп, махсус туҡыманан йомшаҡ носилкалар, дождевиктар (ямғырҙа кейеү өсөн йоҡа плащтар), ҡоро душтар тегеп, окоп шәмдәре яһап, йылы ойоҡбаштар бәйләп яугирҙарыбыҙға оҙатабыҙ, – тип яҡынданыраҡ таныштыра берләшмәнең эшмәкәрлеге менән координаторы Гөлнара Әмирова. –  Оҙаҡ ҡына эш технологияларын эҙләй торғас, туҡтауһыҙ һынауҙарҙан (тестарҙан) һуң, быйыл июнь айында, ниһайәт, дронға ҡаршы,  күҙгә күренмәй торған (антитепловизион) юрғандар тегә башланыҡ.  Ошо беҙ етештергән әйберҙәргә  фронтта ихтыяж ҙур, бына әле алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙан йылылыҡҡа ҡаршы юрғандарға заявкалар килә башланы. Оҫталарыбыҙ яраланған яугирҙар өсөн махсус ортопедик мендәрҙәр (подушки-косточки), госпиталдәр өсөн түшәк кәрәк-ярағы тегә. Яҡын арала ямғырҙан һаҡланыу өсөн дождевиктарҙың конструкцияһын камиллаштырырға уйлайбыҙ һәм уларҙы дрондарҙан һаҡланыу өсөн ҡулайлаштырырға ниәтләйбеҙ. Был әйберҙәрҙе “Балтекс”, “Нева-текстиль” йәмғиәттәре етештергән сифатлы туҡыманан тегәбеҙ.  Дель үреү өсөн буйлыҡты Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһының Люксолспорт фабрикаһынан  һатып алабыҙ.

Беҙ һөйләшкән арала ҡыҙҙар эш менән була, кемдер окоп шәмдәре әҙерләй, кемдер селтәр үрә. Артабан һөйләшәбеҙ.

– Беҙҙең барлыҡ эшмәкәрлегебеҙ тик ирекле нигеҙҙә генә бойомға ашырыла һәм битараф булмаған граждандар – эшселәр, хеҙмәткәрҙәр, пенсионерҙар, студенттар, эшҡыуарҙар, фермерҙар тарафынан финанслана. Беҙ, ябай кешеләр, яугирҙарыбыҙ имен-аман ғына булып,  тиҙерәк өйҙәренә әйләнеп ҡайтһындар тип теләйбеҙ. Нимә эшләһәк тә, һәр нәмәне йөрәк ҡушыуы буйынса, күңел талабы һәм выждан ҡушыуы буйынса эшләйбеҙ, - ти Елена Езус.

 

Кисәге яралы яугир бөгөн ирекмән булып йөрөй

Берләшмә эшләй башлағандан алып ирекле иғәнә ярҙамында 5 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған һәм махсус хәрби операция зонаһына әйберҙәр ебәреү өсөн тотонолған.

ВРЕЗ: Атап әйткәндә, 10 сентябргә мәғлүмәттәр буйынса 28 164 квадрат метрлыҡ 4 694 дана маскировкалау селтәре,  1 059 дана маска-шлем; 1 392 дана носилка, 899 дождевик, 27 715 дана ҡоро душ, 67 дронға ҡаршы (антитепловизион) юрған, 72 ортопедик мендәр; 135 дана окоп мейесе, 28 689 окоп шәме, 2 мең 696 пар йылы ойоҡ әҙерләп ебәрелгән.

Шулай уҡ хәрби операциялағылар өсөн 2 генератор, бик күп газ баллондары, госпиталдәргә түшәк кәрәк-яраҡтары, эске кейем, мендәр тышы, серәкәй һәм талпандан репелленттар, еүеш салфеткалар, рациялар, ойоҡбаштар, эске кейем, олтораҡтар, көрәктәр, тәм-том, машина япмалары (тент), дарыуҙар, бирсәткәләр һ.б. ебәрелгән.

– Ил яҙмышына битараф булмаған ватандаштарыбыҙ беҙҙең штабҡа бал, йәшелсә-емеш, өй туҡмасы, сәк-сәк һәм башҡа төрлө аҙыҡ-түлек, бик күпләп тәмәке, аяҡ кейемдәре, кейем-һалым, ғөмүмән, көнкүрештә көн дә кәрәкле әйберҙәр килтереп тора, – тип һүҙен дауам итә Елена Викторовна. –  Беҙ иһә был әйберҙәрҙе отпускыға ҡайтҡан яугирҙәр, хәрби хеҙмәттә яраланғандан һуң ялға ҡайтҡан яугирҙәр, водитель-экспедиторҙар аша артабан ебәрәбеҙ. Ғәҙәттә улар сәләмәтлек торошо буйынса хеҙмәткә яраҡһыҙ тип комиссияланған элекке хәрбиҙәр йәки ил яҙмышына битараф булмаған кешеләр. Беҙгә гуманитар ылау менән республиканың төрлө ҡалаларынан  һәм райондарынан: Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай, Салауаттан һәм тирә-яҡ ауылдарҙан киләләр.

 

Улы фронтта, үҙе бында Еңеүҙе яҡынайта!

Штабтың нөктәләре бер нисә урында урынлашҡан. Носилкаларҙы Октябрь проспекты, 43-сө йорт адресы буйынса әҙерләйҙәр икән. Унда координатор – Светлана. Дождевиктарҙы Никольский ҡорамында тегәләр, координаторы – Матушка Серафима.

Ҡоро душты Голиков урамы, 7-се йорт адресы буйынса әҙерләйҙәр. Селтәр үреү беҙҙең штабта урынлашҡан бинала Хоҙайбирҙин урамы, 17-се йорт адресы буйынса; Стәрлетамаҡ районы Новофедоровка, Преображеновка, Бүреҡаҙған  ауылдарында башҡарыла.

Маскировкалау нашлемниктарын, йылы ойоҡтарҙы ил яҙмышына битараф булмағандар өйҙәрендә үреп, бәйләп килтерә. Бәйләү өсөн йөндән иләнгән еп һәм нашлемниктар эшләү өсөн кәрәкле материал штабта (Хоҙайбирҙин урамы, 17) бирелә.

Ошо мөҡәддәс эшкә ҡушылырға теләге булғандарға белешмә өсөн: координация үҙәге – штаб урынашҡан бинала. Селтәр, шәмдәр, ойоҡ бәйләү өсөн еп алыу өсөн һәм башҡа һорауҙар менән координаторҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк: Гөлнара Әмирова тел.: 8 987 584 08 55; Елена Езус тел.: 8 917 34 646 11.

...Нишләйһең бит, заманы шундай – “ZOV сердца” берләшмәһе координаторҙары Елена Езус менән  Гөлнара Әмирова ла, үҙҙәренең төп эшенән тыш, ирекмәнлек эшен алғы планға ҡуйған. Кешеләр етешмәй, ярҙамсылар кәрәк, ти улар бер тауыштан. Исеменән үк күренеүенсә, бында, ысынлап та, йөрәк ҡушыуы буйынса, илем, ерем, халҡым тип янған кешеләр хеҙмәт итә. Мәҫәлән, хеҙмәт ветераны Пимшин Владимир Александрович иртәнге сәғәт туғыҙҙан алып киске алтыға тиклем ошонда окоп шәмдәре яһай, маскировкалау селтәрҙәре өсөн туҡыма төктәренән таҫмалар киҫеп, артабан селтәр үреү цехына тапшыра. Әйткәндәй, Владимир Александровичтың улы 2022 йылдан бирле махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.

Улар өсөн исем күрһәтеү мөһим түгел...

Окоп шәмдәре яһау үҙе бер нисә этаптан тора. Башта шәм өсөн парафинды иретеп ҡалай банкаларға тултыралар. Шунан ҡатырға ҡағыҙҙан филтә ҡырҡып һәр банканың эсенә ҡуйып сығалар ҙа, өҫтөнә иретелгән парафинды ҡойоп сығалар. Парафины ҡатҡас, яңынан йәнә бер тапҡыр парафин өҫтәп тултырып сығалар. “Парафинды Өфөләге шәм заводынан килоһын 144 һум менән һатып алабыҙ, – ти Гөлнара Ғәлинур ҡыҙы. Әйткәндәй, окоп шәмдәре өсөн килтерелгән ҡалай банкалар (оҙон, бейек банкалар яраҡһыҙ) бер төрлө булырға тейеш, ҡапҡастары яҡшылап асылған булырға тейеш.

Чалова Надежда Григорьевна (һүрәттә) фронттағылар өсөн йомшаҡ ҡына йөн ойоҡтар бәйләй. “Был ойоҡтар икеләтә файҙалы: беренсенән улар яугирҙарыбыҙҙы йылыта, икенсенән, бәйләм эше һыҙлаған бармаҡ быуындарыма шифа бирә, йәнде тынысландыра”, – ти Надежда Григорьевна.

Дронға ҡаршы юрғандар тегеүсе, маскировкалау селтәрҙәре үреүсе ханымдар исемдәрен әйтергә теләмәне. Улар өсөн беренсе урында үҙ мәнфәғәтеңде ҡайғыртыу түгел, иң мөһиме, бөгөн уларҙың төп маҡсаты  –  барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн! Тыуған ил хаҡына йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булғандарға ярҙам итеү.

Врез: Ойошмалағы иң ҡәҙерле атрибуттарҙың береһе – ул яугирҙарҙың ҡултамғалары ҡуйылған Яу әләме. Уны фронт һыҙығынан Муса позывнойлы яугир яуҙан алып ҡайтҡан. Был тарихи байраҡта “200-се”ләр, йәғни яуҙа һәләк булғандар тураһында иҫтәлек, ә өҫтәге рәттәрҙәгеләре  – “300-сө”ләрҙеке, әлеге ваҡытта  алғы һыҙыҡтағылар, яралы һалдаттар ҡул ҡуйған...

Илебеҙ ҙур, дәүләтебеҙ ҡеүәтле, әммә ҡайсаҡта был ғына етмәй шул. Иң мөһиме – Тыуған илебеҙ бар! Ә Тыуған ил – ул атайҙар, әсәйҙәр, олатайҙар, өләсәйҙәр, туғандар, балалар, күршеләр. Тыуған ил – ул һеҙҙең менән беҙ һәм уны беҙ күҙ ҡараһылай һаҡларға тейешбеҙ!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Автор фотолары.

 

ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: